Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Июль 2021, 12:00

ДОСАФФ менән хеҙмәттәшлектең әһәмиәте ҙур

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ДОСААФ рәйесе Александр Колмаков менән осрашты.

ДОСАФФ менән хеҙмәттәшлектең әһәмиәте ҙурДОСАФФ менән хеҙмәттәшлектең әһәмиәте ҙур
ДОСАФФ менән хеҙмәттәшлектең әһәмиәте ҙур

30 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, Хөкүмәт ағзаһы Александр Сидякин Рәсәйҙең Армияға, авиацияға һәм флотҡа ирекле ярҙам итеү ойошмаһы (ДОСААФ) рәйесе Александр Колмаков менән осрашты.

Осрашыуҙа шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Геройы, генерал-полковник Владимир Шаманов һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Быға тиклем, ошо уҡ көндә, улар Өфөләге Еңеү паркында “Десантсылар быуыны бәйләнеше" арт-объектын тантаналы асыу сараһында ҡатнашты.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә хәрби-патриотик тойғо тәрбиәләү, хәрби хеҙмәт нигеҙҙәренә, хәрби-иҫәпләү һөнәрҙәренә әҙерләү, йәштәрҙең һаулығын, физик сәләмәтлеген яҡшыртыу тураһында һөйләште.

"Республикабыҙға килгәнегеҙ өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән рәхмәт белдерәм, - тине Александр Сидякин. – ДОСААФ менән хеҙмәттәшлек төбәк өсөн мөһим мәғәнәгә эйә. Был берекмә әллә күпме кешене берләштерә, техник, спорт, хәрби үҫеш һ.б. буйынса бихисап мәсьәләне тормошҡа ашыра. Хеҙмәттәшлегебеҙ киләсәктә лә һөҙөмтәле булыр тип ышанам".

"Башҡортостан етәкселегенә ДОССАФ-тың төбәк бүлексәһен ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм", - тине Александр Колмаков.

Осрашыу барышында Александр Сидякин менән Александр Колмаков республика Хөкүмәте менән Рәсәй ДОСААФ-ы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас