

Берҙәм һайлау көнө яҡынлашҡан һайын уға әҙерлек тә көсәйә бара. Яңыраҡ Өфөлә, ошо ваҡиғаға арнап, “Сәйәси партияларҙың һәм йәмәғәтселек көстәренең 2021 йылдың сентябрендәге берҙәм һайлау барышына күҙәтеүҙе тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәшлеге” тип аталған ҙур “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды.
Был сараны Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәтселек штабы һәм Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы Рәсәй Федерацияһы сәйәси партияларының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәләренең партия-ара советы менән берлектә ойошторған.
Яҡынлашып килгән һайлау кампанияһына арналған лекциялар циклы әҙерләнә, улар ниндәй булырға тейеш? Был ҙур кампанияла “Роспотребнадзор”ҙың талаптары нисек күҙәтеләсәк? Сәйәси партияларҙың һәм Һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса оператив штабтың хеҙмәттәшлеге нисек буласаҡ? Сара ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса фекер алышыуға ҡоролдо.
Валех АББАСОВ,
2021 йылдағы һайлауҙарҙағы күҙәтеү буйынса Рәсәй сәйәси партияларының Башҡортостандағы төбәк бүлексәләренең Партия-ара советы рәйесе:
– Рәсәй сәйәси партияларының беҙҙең республикалағы барлыҡ бүлексәләре лә һайлауҙар барышын күҙәтеүҙе тәьмин итеү тураһында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы тәҡдим иткән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уларҙан тыш күп кенә йәмәғәтселек ойошмалары ла ошо документҡа ҡул ҡуйырға ризалашты. Әлегә ете мең тирәһе күҙәтеүсе бар, уларҙың бөтәһе лә ошо эш буйынса уҡытылды һәм һайлау процесында ҡатнашырға әҙер.
Бөгөн беҙ пандемия осоронда быйылғы сентябрҙәге һайлауҙарҙың нисек үтергә тейешлеге, “Роспотребнадзор” талаптарын күҙәтеп эшләүгә әҙерлек кимәле ниндәй булыуы тураһында һөйләшергә тейешбеҙ.
Ольга ПАНЧИХИНА,
Йәмәғәтселек штабы етәксеһе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы:
– Һайлауҙарҙы күҙәтеүҙе тәьмин итергә тейеш булған штаб көндәлек форматта эшләй, ике аҙна элек Үҙәк һайлау комиссияһының өс көнлөк ошо һайлауҙар буйынса регламенттарын үтәү тураһында фекер алыштыҡ. “Роспотребнадзор”ҙың пандемияға бәйле талаптарын үтәүгә әҙерлек барышы ла ҡаралды, был – бик етди мәсьәлә, һәм уға хатта тәүге сиратта иғтибар бирелергә тейеш. Барлыҡ партияларға һәм улар билдәләгән күҙәтеүселәргә был документты өйрәнергә, артабан тайпылышһыҙ үтәргә тәҡдим итәм.
Уларҙың үтәлеше шул йәһәттән дә мотлаҡ: пандемияға ҡаршы талаптарҙың күҙәтелеүенә иғтибар итмәү, бигерәк тә уларҙы тупаҫ боҙоу партиялар һәм уларҙың кандидаттары, шулай уҡ күҙәтеүселәр тарафынан һайлау ҡанундарын боҙоу итеп тә ҡаралырға мөмкин. Артабан был етешһеҙлектәр буйынса дәғүә биреүҙәре лә мөмкин, Үҙәк һайлау комиссияһы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары уларҙы тиҙ арала ҡарарға мәжбүр буласаҡ. Киң мәғлүмәт сараларына ла был санитар-эпидемиологик талаптарҙы өйрәнергә тәҡдим ителә.
Ошо документтарҙа барыһы ла күрһәтелгән. Һайлау комиссияһы ағзалары, мәҫәлән, һайлау участкаһында бер-береһенән кәмендә метр ярым ара менән урынлашырға, индивидуаль һаҡлау саралары менән тәьмин ителергә тейеш, участканың һайлау залында ашау-эсеү тыйыла. Ауыр хәрәкәтләнгән граждандарҙың йорттарына барған һайлау комиссияһы ағзалары битлек һәм бирсәткәнән тыш зарарһыҙландырыусы матдәләр, халат менән дә тәьмин ителә. Үткән һайлауҙарҙа ошондай һаҡлағыс саралар күрелде һәм быйылғы кампанияла ҡулланыу өсөн тәжрибә бар, тип әйтергә мөмкин.
Бындай шарттарҙа урындағы үҙидара органдарына ла һайлауҙарҙың санитар-эпидемиологик йәһәттән хәүефһеҙ үтеүенә ярҙам итеү буйынса бурыстар ҡуйыла.
Марат ҒӘҘЕЛОВ,
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары:
– “Роспотребнадзор” һәм Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы әҙерләгән һәм әле телгә алынған регламенттар тәҡдим рәүешендә генә әҙәрләнгән, ғәмәлдә иһә уларҙың һайлау процесында хәүефһеҙлек шарттарын тәьмин итеү өсөн үтә мөһим икәнлеген барыһы ла аңлай. Был беренсе сиратта участкаға тауыш бирергә килгән һайлаусыларға ҡағыла һәм, әлбиттә – һайлау комиссияһы ағзаларына, депутатлыҡҡа кандидаттарға, йәмәғәт күҙәтеүселәренә.
Һайлау комиссиялары урынлашасаҡ һәм тауыш биреү процесы барасаҡ бүлмәләр буйынса проблемалар һәр саҡ күп була, һәм беҙ уларҙы хәл итеү менән даими шөғөлләнәбеҙ, бер нисә йыл дауамында шарттарҙы күпмелер яҡшыртыуға ирештек. Ауыл ерендә биналар һәм бүлмәләрҙе һайлап алыу мөмкинлеге сикләнгән, шуға ҡарамаҫтан, уларҙа ла уңайлылыҡ тыуҙырырға тырышабыҙ.
Сәйәси партиялар вәкилдәренә, шулай уҡ йәмәғәт күҙәтеүселәренә ҡуйылған талаптарҙы ла иҫкә төшөрөп үткем килә: һайлау процесына йәлеп ителәсәк күҙәтеүселәр тураһында территориаль һайлау комиссияларына мөмкин тиклем алданыраҡ хәбәр итһәгеҙ ине. Был талаптар федераль ҡануниәттә лә ҡаралған. Юғиһә, бер үк кандидаттан бер нисә күҙәтеүсе килгән һәм уларҙың ҡайһыһы “ысын” күҙәтеүсе булыуын асыҡларға тырышҡан хәлдә үҙ-ара низағ башланыу осраҡтары ла билдәле.
Данияр АБДРАХМАНОВ,
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры:
– Рәсәйҙә сәйәси көнәркәшлек кимәле кәмей, тигән фекерҙәрҙе ишетергә тура килгеләй. Был өлкәләге мәғлүмәт һәм дәлилдәр киреһен раҫлай – көнәркәшлек йылдан-йыл көсәйә бара. Демократия буйынса тикшеренеү фондының доклады ла шуны раҫлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙең сәйәси системаһына ҡарата киң ҡоласлы һөжүм бара. Рәсәйҙә сәйәси партиялар һаны аҙая, тип раҫларға маташа ОБСЕ миссияһы. Ғәмәлдә, ҡағыҙҙа ғына теркәлеп, бер эш тә күрһәтмәгән һәм үҙе өсөн дә һис нәмә башҡармаған, барлығын халыҡ белмәгән партиялар кәрәкмәй.
Быйылғы һайлауҙарға шуныһы хас: кандидаттар араһында бөгөнгө депутаттар аҙыраҡ, Думала эшләргә теләгәндәрҙең исемлеге байтаҡҡа йәшәрҙе. Ҡатын-ҡыҙ кандидаттар ҙа күбәйә бара. Партиялар үҙҙәре тәҡдим иткән исемлектәрҙе яңырта. Йәш лидерҙарҙың күпләп ҡалҡып сығыуының сәбәбен шунда күрәбеҙ: хәҙерге ҡатмарлы осорҙа, айырыуса пандемия һәр эш-хәрәкәтте ауырлаштырған заманда, үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алырға кәрәклеген аңлаған йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар арта. Беҙҙең академия миҫалында ла идара итеү һөнәрҙәренә уҡырға ынтылған йәштәрҙең күбәйеүен күреп торабыҙ.
Ҡайһы бер кандидаттарҙың сәйәси көрәштә еңеү өсөн теләһә ниндәй алымды, шул иҫәптән һәр төрлө ыҙғыштарҙы ҡулланырға ынтыласағын да иҫәптән алып ташларға ярамай. Был осраҡта йәмәғәт күҙәтеүселәренең роле ныҡ ҡына арта.
Рөстәм ӘХМӘҘИНУРОВ,
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:
– Бөгөнгө шарттарҙа һайлауҙарҙы ҡануниәткә ярашлы ғәҙел үткәреү генә түгел, участкаларға тауыш бирергә килгән кешеләр өсөн мөмкин тиклем хәүефһеҙерәк шарттар тыуҙырыу ҙа – мөһим талап. Беҙ тауыш биреүҙе өс көн дауамында үткәреү тураһындағы ҡарарҙы хуплайбыҙ, сөнки был, пандемия күҙлегенән ҡарағанда, хәүефһеҙерәк.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе бер мандатлы округтар буйынса өс мең самаһы күҙәтеүсе әҙерләй, бынан тыш, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы бушаған урындарға һәм ҡала Советына һайлауҙар буйынса ла күҙәтеүселәр буласаҡ.
* * *
Һайлау барышын күҙәтеүҙе тәьмин итеү шарттары буйынса “түңәрәк өҫтәл”дә шулай уҡ “Бойондороҡһоҙ йәмәғәтселек мониторингы” ассоциацияһы, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары, “Рәсәй дөйөм халыҡ союзы”, “Рәсәйҙе тергеҙеү партияһы”, “Рәсәйҙең халыҡ-патриотик партияһы – халыҡҡа власть”, “Яңы кешеләр”, “Рәсәйҙең социаль ғәҙеллек өсөн пенсионерҙар партияһы”, “Гражданлыҡ инициативаһы”, “Рәсәйҙең казактар партияһы”, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” вәкилдәре, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙағы бойондороҡһоҙ кандидат Заһир Хәкимов, эксперттар һәм политологтар ҡатнашты.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.