Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Июль 2021, 13:00

Йәштәр өсөн дә - ҙур мөмкинлек

Ил Президенты Владмир Путин "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров менән осрашты.

Йәштәр өсөн дә - ҙур мөмкинлек
Йәштәр өсөн дә - ҙур мөмкинлек

Ил башлығы Владимир Путин "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Был хаҡта Рәсәй Президентының рәсми сайтында хәбәр ителә.

Алексей Комиссаров әйтеүенсә, ойошма өс йыл эшендә бик күп уңыштарға өлгәшкән. "Бөгөн беҙҙең платформала 26 проект бар, унда бөтәһе һигеҙ миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Шуның 26 меңдән күбеһе - еңеүселәр һәм призерҙар, улар менән һеҙ яңыраҡ ҡына осраштығыҙ", - тине ойошманың генераль директоры.

Ойошма тәҡдим иткән күп проекттарҙа уҡыусыларҙың ҡатнашыуы бигерәк тә әһәмиәтле. Мәктәпте тамамлаған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәргә был йәһәттән ҙур мөмкинлектәр тыуҙырылған. Проекттар араһында һанлы, мәҫәлән, "Һанлы алға китеш" конкурсы ла бар. Шулай уҡ "Ҡунаҡсыллыҡ оҫтаһы", "Идара ит!" кубогы һәм блогерҙар өсөн "ТопБлог" эшләй. Айырыуса Алексей Комссаров "Рәсәй лидерҙары" флагман проектын билдәләп үтте. Уның еңеүсеһе Евгений Григорьев март айында Янутск мэры итеп һайланһа, июнь аҙағында икенсе миҙгелдең иң йәш еңеүсеһе Игнат Петухов Ырымбур өлкәһенең вице-губернаторы итеп тәғәйенләнгән. Миҙгелдең өсөнсө еңеүсеһе Дарья Гриц күптән түгел "Сириус" фән-технология университетының мәғариф буйынса проректоры булып һайланған.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#на

Фото: kremlin.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: