

Кисә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә видеобәйләнеш тәртибендә үтте. Был республика етәксеһенең эш сәфәрендә булыуына бәйле булды. Һәр саҡтағыса төп тема – коронавирус пандемияһына ҡаршы көрәш. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошоға бәйле һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы.
Үлем осраҡтары арта
2 авгусҡа ҡарата республикала сирҙең 48769 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә генә лә 260 кешелә инфекция булыуы асыҡланған.
– 2364 кеше өйҙә дауалана, 698-е дауаханаларҙа ята. 56 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, улар – интенсив терапия палатаһында. Ун кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Дауаханаларҙа ятҡан кешеләр араһында прививка яһатҡандар юҡ, – тине министр.
Коронавирустан үлгән кешеләр һаны йәнә антирекорд ҡуя. Һуңғы тәүлектә туғыҙ кеше вафат булған, бөтәһе 788 кеше вирус ҡорбаны тип иҫәпләнә. Пандемия башланғаны бирле 44919 кеше һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә – 120 кеше.
Республикала коронавирус инфекцияһын еңеү өсөн прививкалар һалыу кампанияһы дауам итә. Бөгөнгә ҡарата уның тәүге компонентын 940535 кеше алған, 688582 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
“Роспотребнадзор” вәкилдәре талпан ҡаҙалыуға бәйле хәл-торош тураһында һөйләне. Төбәк ведомствоһы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдереүенсә, быйыл 7403 кеше талпан ҡаҙалды тип мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 2700-ө – балалар. Әйткәндәй, быйыл ошо проблема менән мөрәжәғәт иткән кешеләр һаны 16 процентҡа кәмерәк теркәлгән.
– Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында 7883 талпан тикшерелде. Уларҙың 1,1 проценты энцефалит һәм 28,5 проценты боррелиоз сирен йөрөтөүсе булыуы асыҡланды, – тине Галина Пермина.
Ул белдереүенсә, йыл башынан дүрт кеше талпан энцефалиты һәм туғыҙ кеше боррелиоз сирен йоҡторған.
Яңы уҡыу йылы башланыуға бер айҙан әҙерәк ваҡыт ҡала. Ә әлегә балаларҙың йәйге ялы дауам итә. Кәңәшмәлә яңы уҡыу йылына әҙерлек, лагерҙарҙағы хәлдәр тураһында һөйләшеү булды.
Радий Хәбиров мәғариф министры Айбулат Хажиндан лагерҙарҙағы бөгөнгө хәлр тураһында һорашты. Билдәле булыуынса, уҙған аҙнала ҡайһы бер лагерҙарҙа коронавирус инфекцияһы таралауы тураһында һөйләшеү булғайны. Министр белдереүенсә, ведомство тикшереүҙәр үткәргән.
– Үткән аҙнала “Роспотребнадзор” менән берлектә мобиль төркөмдәр төҙөлдө. Улар ғәмәлдәге 49 мәктәп лагерының 45-ендә булды. Дөйөм алғанда, хәлдәр тотороҡло. Ҡайһы бер лагерҙарҙа ваҡ етешһеҙлектәр бар: мәҫәлән, антисептиктар етерлек кимәлдә түгел. Тикшереү барышында улар юҡҡа сығарылды. Бөтә ерҙә лә термометрия үткәрелә, барлыҡ өлкән кешеләрҙең ПЦР анализдары тикшерелә. Һауаны зарарһыҙландырыу ҡорамалдары бар һәм эшләй. Август сменалары штатлы тәртиптә үтер тип ышанам, – тине ул.
Яңы уҡыу йылына килгәндә, уны быйыл ғәҙәти тәртиптә, мәктәптәрҙә башларға йыйыналар. Тик коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙең сентябрҙә лә көсөргәнешле буласағын иҫәптә тотоп, һәр уҡыу йортонда медицина инспекторҙары буласаҡ, тигән ҡарарға килгәндәр. Шулай уҡ барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙың аныҡ үтәлеүе шарт.
– Был эшкә беҙ медицина университеты һәм медицина колледжы студенттарын йәлеп итмәксебеҙ. Улар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. 1 сентябҙән һәр мәктәптә медицина инспекторҙары буласаҡ, – тине Айбулат Хажин.
Милли проект үтәлеше тикшерелде
Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин кәңәшмәлә йәнә бер доклад менән сығыш яһаны һәм Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне.
– 2019 йылдан алып республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн ете төбәк проекты үтәлә. Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеүҙәр төҙөү юлы менән республикаға 2021 йылда 53 маҡсатлы күрһәткесте үтәү бурысы ҡуйылды. Шуны еткерәм: 21-е буйынса план күрһәткестәре үтәлде, 23-ө буйынса күҙаллауҙар ыңғай, туғыҙ проект буйынса проблемалар булыуы күҙаллана, – тине Максим Забелин.
(Министр проблемалы күрһәткестәргә айырым туҡталды. Мәҫәлән, “Халыҡтың йөрәктең ишемия сирҙәренән вафат булыуы” һәм “Яман шештәр менән сирләгәндәрҙең бер йылда үлем осраҡтары” пункттарын үтәүгә оҙайлы коронавирус пандемияһы тәьҫир иткән. Беренсе осраҡта, коронавирус тап ошо сирлеләргә йоға һәм уның эҙемтәһе булып үлем осрағы тора. Ә яман шештәргә килгәндә, 2020 йылда, пандемия арҡаһында, диспансерлаштырыу һәм планлы эштең туҡтатылып тороуы сәбәпсе.
Тағы бер кире күрһәткес – бәләкәй балаларҙың үлем осраҡтары. Бында үтә иртә срокта етлекләй тыуған балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү, ауырлы ҡатындарҙың медицина ярҙамын һорап һуң мөрәжәғәт итеүе, йәштәр араһында хроник сирҙәрҙең артыуы насар күрһәткестәргә килтерә.
Йылдың тәүге яртыһында сабыйҙар үлеме күрһәткесе тере тыуған 1000 балаға 5,8 кимәлендә теркәлгән, был былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 3,3 процентҡа кәмерәк.
– Бер йәшкә тиклемге 119 бала үлгән, былтырғы менән сағыштырғанда өс осраҡҡа кәмерәк, – тине Максим Забелин. – Иң насар күрһәткестәр – биш районда. Улар Ҡалтасы, Ҡариҙел, Дыуан, Мәсетле һәм Баҡалы райондары. 22 муниципалитетта ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса нулле күрһәткестәр һаҡлана.
Район һәм ҡалаларға медицина кадрҙарын йәлеп итеү буйынса ла ҙур эштәр башҡарыла. Был йәһәттән иң яҡшы практикалар түбәндәге муниципалитеттарҙа күҙәтелә. Краснокама һәм Нуриман районы студенттарға ныҡлы ярҙам күрһәтә. Иглин, Тәтешле, Саҡмағош райондары йорт төҙөү өсөн участкалар биреү йәһәтенән алдынғы. Эшкә алған саҡта ярҙамсы түләмдәр буйынса Ишембай районына еткәндәр юҡ. Әбйәлил, Бәләбәй, Балаҡатай, Ишембай, Краснокама, Мәләүез, Нуриман райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы социаль ярҙам күрһәтеү буйынса үҙ программаларын булдырған. Иң күп табиптар Ҡалтасы, Архангел, Яңауыл райондары һәм Салауат ҡалаһына килгән. Киткәндәр Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондарында теркәлгән.
– Быйыл милли проектты финанслау 2,6 миллиард һум тәшкил итә, уның 2 миллиард һумы – федераль бюджет аҡсаһы, 636 миллион һумы – республика бюджетынан, – тине министр.
Иҫәп алыусыларҙы ҙур эш көтә
Кәңәшмәлә Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) етәксеһе Әкрәм Ғәниев сығыш яһаны һәм быйыл илдә үтәсәк мөһим саралар тураһында һөйләне. Улар: Ауыл хужалығы буйынса микро иҫәп алыу һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары.
– Беҙҙе алда бик ҙур эш көтә. Уларҙың ҙурлығы тураһында йәлеп ителгән кешеләр һаны ла һөйләй. Микро иҫәп алыуҙа ике мең самаһы һәм халыҡ иҫәбен алыуҙа туғыҙ мең самаһы кеше ҡатнаша. Бынан тыш уҡытып, әҙерләп ҡуйған резерв та бар, – тине ул. – Халыҡ иҫәбен алыу сроктары ике тапҡыр күсерелде, шуға күрә структураны үҙгәрттек һәм персонал һанын кәметтек. Һуңғы ойоштороу планы буйынса стационар иҫәп алыусылар исемлектән алынды. Башҡортостан өсөн был 1237 кеше төшөп ҡалды тигән һүҙ. Был, әлбиттә, ҡалғандар өсөн эште арттыра, айырыуса ҡалалар һәм район үҙәктәрендә.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн персонал тупланып бөткән. Райондарҙа улар бер-бер артлы ике иҫәп алыуҙа ла ҡатнашасаҡ. Үткән аҙнала инструкторҙар (236 кеше) эшләй башлаған, 29-31 июлдә иҫәп алыусылар уҡытылған һәм 1 августан обход башланған. Ә Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыуға персонал туплау сентябрь башында тамамланырға тейеш.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыу микро тип аталһа ла, был объекттар 2016 йылғы иҫәп алыуҙың 93 процентын тәшкил итә. Ике иҫәп алыу ҙа һанлы буласаҡ. Тимәк, мәғлүмәттәр йыйыу тулыһынса электрон төрҙә башҡарыласаҡ. Иң ҙур көсөргәнеш ауылдарҙа йәшәгән кешеләргә төшәсәк, сөнки уларҙан августа ла, октябрь-ноябрҙә лә һорау аласаҡтар. Анкеталар ҙур, бер хужалыҡтан һорау алыу кәмендә 20-25 минут тәшкил итәсәк.
Мәскәүҙе гөрләтәсәктәр!
Бөгөн, 3 августа, Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн мөһим мәҙәни ваҡиға көтөлә. Рәсәй Ҙур театрының Тарихи сәхнәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Жюль Массненың “Дон Кихот” операһы премьераһын күрһәтәсәк.
Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, уның етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы Мәскәүгә яңы операның премьераһын ҡарарға бара.
Билдәле булыуынса, “Дон Кихот” Башҡортостанда быйыл май айында күрһәтелде. Тулы зал менән барған тамашаны барыһы ла бик юғары баһаланы. Уның ҡуйыусыһы – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов. Төп ролде лә ул башҡара.
– Беҙҙең республика матур йоланы дауам итә: атаҡлы коллективтарыбыҙ Ҙур театрҙа үҙ спектаклдәрен күрһәтә. Үткән йылда ул Илдар Абдразаҡов ҡатнашлығындағы “Аттила” ине, быйыл – Асҡар Абдразаҡов менән “Дон Кихот”. Киләһе йылға ла пландар бар. Тамаша әҙерләнә, уның ниндәй булыры әлегә сер итеп тотола, – тине Радий Хәбиров.
Ҙур мәҙәни сараға республиканың дуҫтары, партнерҙары, федераль министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре саҡырыла. Башҡортостан коллективының илдең иң мәртәбәле сәхнәһендә сығыш яһауы республиканың имиджын үҫтереү, эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн үтә мөһим.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” аэропорты үҫеше, алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек темалары ла тикшерелде.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.