

Өфө полицейскийҙары ялған белешмә менән һатыу итеүселәрҙе ҡулға алған. Оператив-эҙләү саралары үткәреү барышында 22 йәшлек егет тотолған.
Ул вакцинациянан ҡотолоу мөмкинлеген биргән ялған медицина күрһәтмәһен ике мең һумға һатырға маташҡанда, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләккән. Ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше асылған.
Ялған белешмә һатыуҙың икенсе осрағы ҡанды антиесемдәргә тикшереү белешмәһе менән бәйле. Экспертиза һөҙөмтәһе буйынса был документтың ялған булыуы асыҡланған. Был юлы мутлашыусының 28 йәшлек егет булыуы асыҡланған. Ир ғәйебен таныған. Уларҙың икеһенә лә ике йылға тиклем иректәренән мәхрүм ителеү янай.