Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Август 2021, 12:30

Уларҙың да һайлау хоҡуғы бар

Гражданды йәмғиәттән изоляциялау суд ҡарары буйынса ғына тормошҡа ашырыла. Тик был кешеләр барыбер үҙҙәренең һайлау хоҡуғын юғалтмай.

Уларҙың да һайлау хоҡуғы барУларҙың да һайлау хоҡуғы бар
Уларҙың да һайлау хоҡуғы бар

Кисә, 9 августа Башҡортостанда Йәмәғәт палатаһы менән Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы араһында һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Маҡсаттары – сентябрҙәге һайлау барышында мәжбүри тотолған урындарҙа булған граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын үтәүҙе тәьмин итеү. Документҡа республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов менән Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе Александра Дермина ҡул ҡуйған.

Йола буйынса, һайлау барышында холоҡ төҙәтеү үҙәктәре һәм тәфтиш изоляторҙарында айырым һайлау участкалары ойошторола, унда урналар һәм башҡа барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар ҡуйыла. Теләге булған граждандар сиратлап конвой хеҙмәте оҙатыуында тауыш биреү урынына бара һәм үҙҙәренең һайлау хоҡуғын башҡара.

“Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегендә граждандарҙың бөтә категорияларына ла, шул иҫәптән мәжбүри тотолған урындарҙа булғандарға ла иғтибар бүлеү мөһим. Йәмғиәттән изоляциялау суд ҡарары буйынса ғына тормошҡа ашырыла. Тик был кешеләр барыбер үҙҙәренең һайлау хоҡуғын юғалтмай. Һәм улар илдәге сәйәси ваҡиғаларға йәлеп ителергә тейеш, сөнки иреккә сыҡҡас, яңынан беҙҙең тормошҡа инеп китергә һәм тулы хоҡуҡлы граждан булырға тейештәр. Бындай кешеләрҙең һайлау хоҡуҡтарын тәьмин итеү бик мөһим момент. Был килешеүгә ҡул ҡуйып ошоно тағы бер тапҡыр дәлилләйбеҙ”, – тине Рәмил Рәхимов.

Килешеү сиктәрендә яҡтар эш төркөмдәре булдыра, мәғлүмәт менән алмашына, дөйөм кәңәшмәләр үткәрә һәм консультациялар бирә ала. Документ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инә һәм тауыш биреү һөҙөмтәләрен иҫәпләп бөткәс 30 көн үтеүгә ғәмәлдән сыға.

“Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы өсөн тәфтиш изоляторҙарында һайлауҙы күҙәтеү традицион сара, беҙ уны һәр һайлау ваҡытында башҡарабыҙ. Беҙҙең күҙәтеүселәр быйыл республикала яңы булдырылған өҫтәмә ике холоҡ төҙәтеү үҙәктәрендә лә буласаҡ. Улар Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында урынлашҡан. Йәмәғәт күҙәтеүселәре тәфтиш изоляторҙары һәм холоҡ төҙәтеү үҙәктәрендә өс көн дауамында буласаҡ, сөнки бында тотолған кешеләр үҙ хоҡуҡтарын башҡара ала. Ә холоҡ төҙәтеү учреждениеларында бындай хоҡуҡ юҡ”, – тине Александра Дремина.

Сарала Рәсәйҙең УФСИН ҡарамағындағы Башҡортостан буйынса мәғлүмәт үҙәге рәйесе, 2021 йылда һайлауҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы ағзаһы Олег Галин да ҡатнашты.

“УФСИН-дың төбәк идаралығы һәр кимәлдә ошоноң ише сараларға асыҡ. Улар киң мәғлүмәт саралары менән асыҡ эшләй, йәмәғәтселеккә дөрөҫ мәғлүмәт биреү яҡлы. Имеш бындай урындарҙа приказ биреп һайлаталар тигән стериотипты бөтөрөр өсөн барыһын да күрһәтергә әҙерҙәр. Беҙҙең күҙәтеүселәр тауыш биреүсенең быны үҙ теләге менән эшләгәнен күрә. Һуңғы йылдарҙа бындай учреждениеларҙа күҙәтеүселәрҙән һайлау ҡануниәте боҙола тигән сигналдар килгәне булманы”, – тине Олег Галин.

 

Фото: Йәмәғәт палатаһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас