Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Августа 2021, 08:00

Йәш енәйәтсене эҙләйҙәр

Һеҙ уны күрмәнегеҙме?

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш енәйәтсене эҙләйҙәрЙәш енәйәтсене эҙләйҙәр
Йәш енәйәтсене эҙләйҙәр

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мишкә районы буйынса эске эштәр бүлеге 24 йәшлек Вадим Павловты эҙләй. Йәш енәйәтсе РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшө, “Банк иҫәбен урлау”, буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.  

 

Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре уның ҡайҙалығын белгән, ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә граждандарҙың 8-986-966-05-10 йәки 02 (мобиль телефондан 102 ) телефон һандары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорай.

  

Фото: БР Эске эштәр министрлығынан.

 

Автор:Рәмилә Мусина