Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Августа 2021, 14:30

Депутаттар зыян күргән райондарға ярҙам итә

Был ирекле эш булғас, бер кем дә мәжбүр ителмәй һәм ярҙам күләме лә сикләнмәгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Депутаттар зыян күргән райондарға ярҙам итәДепутаттар зыян күргән райондарға ярҙам итә
Депутаттар зыян күргән райондарға ярҙам итә

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закондар сығарыу эшмәкәрлеген алып барыу өсөн тәғәйенләнгән аҡсаһын янғындан зыян күргән райондарға күсерергә ҡарар итте.

– Депутаттар янғындарға көрәш буйынса эштә әүҙем ҡатнаша, шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Берҙәм Рәсәй” был ярҙамды киңәйтергә һәм депутатлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға тәғәйенләнгән аҡсаларҙы райондарға күсерергә ҡарар итте, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов билдәләүенсә, хәйриә эшмәкәрлегендә ҡатнашыу – ул һәр кемдең шәхси эше, әммә күп депутаттар был тәҡдимде ҡеүәтләне лә инде.

– Депутаттар янғын эҙемтәләрен бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнаша, алда йөрөй. Ярҙам төрлө яҡтан килә, бик күп ирекмәндәр тупланған, шулай булһа ла, тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр тыуа. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек, махсус кейем һәм башҡалар. Аҡсаның янғынға юл ҡуймау маҡсатындағы иҫкәртеү сараларына тотонолоуы мөмкин. Был ирекле эш булғас, бер кем дә мәжбүр ителмәй һәм ярҙам күләме лә сикләнмәгән, – тип аңлатты ул.

Рөстәм Ишмөхәмәтов шулай уҡ: "Был башланғысты “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы”, “ЛДПР” һәм башҡа фракциялар депутаттары ла хупланы", – тип белдерҙе.

 

Фото: @mchsr.

Автор:Рәмилә Мусина