Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Август 2021, 04:35

Һайлауҙа көнәркәшлек арта

Башҡортостандан нисә кандидат Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашасаҡ?

Һайлауҙа көнәркәшлек артаҺайлауҙа көнәркәшлек арта
Һайлауҙа көнәркәшлек арта

Кисә Өфөлә Йәмәғәт палатаһы быйылғы һайлауҙы күҙәтеү буйынса кандидаттарҙы тәҡдим итеү буйынса демократия проблемаларын тикшереү фонды әҙерләгән “2021 йылдағы һайлауҙа күрһәтеү этабы” темаһына киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе.

 

Сарала 2021 йылдағы һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе, Башҡортостан һәм Рәсәй Йәмәғәт палаталары ағзаһы, Учредителдәр йыйылышы рәйесе, “Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды” Өфөнө социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫтереү фондының башҡарыусы директоры Ольга Панчихина ил кимәлендә һайлауға әҙерлек барышына байҡау яһаны. Ул Демократия проблемаларын өйрәнеү фонды доклады менән таныштырып: “Һуңғы йылдарҙа төрлө кимәлдә уҙған һайлауҙарҙа көнәркәшлектең артыуын асыҡлаған, шул иҫәптән Дәүләт Думаһына һәм төбәктәрҙең юғары вазифаһына ла”, – тине.  Партиялар Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа тәҡдим иткән кандидаттар һаны ла һайлау һайын артҡандан-арта бара икән. Әгәр алты йыл элек уртаса 353 кеше тәҡдим ителһә, 2021 йылда был һан 420-һә еткән. Бер мандатлы оругтарҙан элек уртаса 97 кандидат булһа, был юлы – 141.

 

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов белдереүенсә, Башҡортостандан VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы һайлауында ҡатнашырға теләк белдереп 14 партия теркәлгән, йәғни улар бөтәһе 94 кандидатты теркәүгә өлгәшкән. Шулай уҡ алты бер мандатлы округтан партияларҙың 58 кандидаты теркәлгән. Үҙ-үҙен тәҡдим иткән дүрт кандидат теркәлеү буйынса һынауҙарҙы үтә алмаған, уларҙың берәүһе Башҡортостандың Юғары Суд аша хоҡуҡтарын яҡлап дәғүә белдергән.

 

 2021 йылдағы һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы, Кеше хоҡуҡтары буйынса Мәскәү бюроһы директоры урынбаҫары, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса йәмәғәт штабы эксперты Валех Аббасов Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙа ҡатнашырға теләгән кешене теркәүҙән баш тартҡан осраҡта, уның судҡа мөрәжәғәт итеүе демократияның сағылышы булыуы хаҡында белдерҙе.

 

Сарала эксперттар, йәмәғәт әүҙемселәре, киң мәғлүмәт саралары һәм башҡалар ҡатнашты.

 

Автор фотоһы.  

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас