Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Август 2021, 11:00

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө

"Беҙ уға тиңләшәбеҙ, уның менән яңы объекттар, донъяның төрлө тарафтарынан ҡунаҡтарҙы ҡабул итеп, халыҡ-ара спорт сараларын һәм мәҙәниәт форумдарын асабыҙ, чемпиондарыбыҙҙы ҙурлайбыҙ".

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөБөгөн – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө
Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө

1994 йылдың 20 авгусында Рәсәй Президенты Борис Ельцин тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө тураһында”ғы Указ буйынса, флаг көнө 22 августа үткәрелә.

Ошо байрам айҡанлы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Республиканың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина үҙенең фекере менән уртаҡлашты: 

“Инде 30 йыл өс төҫтөн торған флаг илебеҙҙең дәүләт символдарының береһе булып тора. Беҙ уға тиңләшәбеҙ, уның менән яңы объекттар, донъяның төрлө тарафтарынан ҡунаҡтарҙы ҡабул итеп, халыҡ-ара спорт сараларын һәм мәҙәниәт форумдарын асабыҙ, чемпиондарыбыҙҙы ҙурлайбыҙ. Рәсәй тарихында флаг күсәгилешлек символы ла булып тора, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын иҫкә төшөрә.

Илебеҙ үҙенең тарихында бөйөк һәм фажиғәле мәлдәрҙе күп кисергән, әммә барлыҡ һынауҙарҙан һуң тик көслөрәккә әйләнгән. Былар бөтәһе лә Рәсәйҙе яратҡан кешеләр ярҙамында эшләнде һәм дауам итә.

Ысын күңелдән яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйем!

Байрам менән!” 

 

Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның социаль селтәрҙәге диуарынан.



Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас