Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Август 2021, 12:10

Һөйөнсө! Пенсионерҙар ҡыуанығыҙ!

Ил Президенты Владимир Путин пенсионерҙар һәм хәрбиҙәргә аҡса түләргә тәҡдим итте. Суммаһы күпме булыр? 

Һөйөнсө! Пенсионерҙар ҡыуанығыҙ!Һөйөнсө! Пенсионерҙар ҡыуанығыҙ!
Һөйөнсө! Пенсионерҙар ҡыуанығыҙ!

Пенсионерҙар өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ еткерәбеҙ. Ил Президенты Владимир Путин быйыл уларға бер тапҡыр 10-ар мең һум аҡса түләргә тәҡдим итте. Был туралағы һөйләшеү бөгөн, дәүләт башлығының “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре менән осрашыуы ваҡытында булды.

Бынан тыш 15 меңәр һум аҡса бер тапҡыр хәрбиҙәргә лә түләнәсәк.

Владимир Путин белдереүенсә, улар пенсияға өҫтәмә тип күҙаллаған мең һум аҡса күп түгел. Шуға күрә бер тапҡыр пенсионерҙар 10-ар мең һум да аласаҡ. Был түләү бөтә категория пенсионерҙарға ла ҡағыласаҡ: эшләгәндәре лә, эшләмәгәндәре лә. Дәүләт етәксеһе фекеренсә, өлкәндәр һәм пенсионерҙарға айырым иғтибар кәрәк

Президент әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы, Хөкүмәт һәм тейешле ведомстволар менән был мәсьәлә буйынса ныҡлап эшләргә тейеш, анығыраҡ был турала һөйләшеү партия съездының икенсе этабында ҡараласаҡ.

 

Фото: politobzor.net

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас