

Кисә Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙанында бер юлы бер нисә сара үтте. Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөн билдәләп, сибайҙар бик матур акция, уйындар, конкурстар һәм флешмоб үткәрҙе. Шулай байрам сиктәрендә эшлекле осрашыуҙар, ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо.
Байрамда ҡатнашыусы һәр кем үҙенең иле һәм тарихы менән сикһеҙ ғорурлыҡ, илһөйәрлек, тыуған илгә мөхәббәт тойғоларын кисерҙе. Йәштәр һәм балалар дәүләтселектең төп символикаларының төп атрибут икәнлегенә йәнә бер тапҡыр инанып, үҙ халҡының тарихы һәм мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырҙы.
"Урал аръяғы" сауҙа йортоноң беренсе ҡатында Сибай крайҙы һәм тарихты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән бай экспозиция урын алды. Унда республиканың 67 муниципаль ҡала һәм районының флагы ҡуйылған ине. "Тиҫтер" балалар һәм үҫмерҙәр клубы ирекмәндәре "Триколор" акцияһында ҡатнашып, Рәсәй флагын бүләк итте. Ирекмәндәр байрамда ҡатнашыусыларға триколорҙың төҫтәре нимәне аңлата икәнлеге хаҡында һорау алыу үткәрҙе. Шулай уҡ теләүселәр "Самокат Фест" ярышында ҡатнашты, балалар өсөн һүрәттәр конкурсы, төрлө ярыштар үтте.
Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та сығыш яһаны. Сибай ҡунағы Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөн бик уйлап эш итеүҙәрен һәм юғары кимәлдә үткәреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Сара ватансылыҡ һәм илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индерәсәк. Бында ҡатнашыусы йәштәр һәм балалар киләсәктә үҙ иленең тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныр, тыуған ерен һөйөр һәм яҡлар, үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандырыр һәм атайсалына изге эштәр башҡарыр тип ышанам", - тине Зариф Байғусҡаров.
"Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке" тип аталған ауыл хужалығы йәрминкәһен дә көтөп алды ҡала халҡы. Бында таҙа һәм сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы, атап әйткәндә, һөт, ит ризыҡтары, бал, йәшелсә, емеш-еләк тәҡдим ителде.
Кис көнө "Флаг - беҙҙең ғорурлыҡ һәм дан" флешмобы үтте, унда ҡала мәҙәниәт учреждениеларынан яҡынса 130 кеше ҡатнашты. Артабан Үҙәк сәхнәлә Элвин Грейҙың һәм башҡа йырсыларҙың сағыу концерты дауам итте.
Фото: "Башинформ"