Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Август 2021, 07:30

Бөгөндән яңы закон көсөнә инде

"Тышҡы тауышлы рекламаны тулыһынса тыйыуға ҡаршымын, әммә баҙар сегментын көйләүгә ҡушҡуллап риза..."

Бөгөндән яңы закон көсөнә индеБөгөндән яңы закон көсөнә инде
Бөгөндән яңы закон көсөнә инде

25 августан “Реклама тураһында” федераль закондың 19-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 150-се федераль закон ғәмәлгә инде. Ул биналарҙың диуарында, ҡыйығында, торлаҡ йорттарҙа тауыш ҡорамалын ҡулланыуҙы тыя (http://publication.pravo.gov.ru/Document/View/0001202105260043).

Шул уҡ ваҡытта ул баҙарҙа һәм кеше күп йыйылған урында күсмә колонкаларҙы йөрөтөүгә ҡағылмай. Закон сығарыусылар бындай рекламаны тыйыу һатыусыларҙың һәм рекламасыларҙың хоҡуғын сикләү тип иҫәпләй.

VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев ошондай аңлатма бирҙе: ”Беҙ “Реклама тураһында” закон ҡабул иткәндә, Әстрхан Думаһының тауыш рекламаһын бөтөнләй тыйыу тураһындағы төҙәтмәһен ҡараныҡ, уға ҡарата төрлө фекерҙәр булды, әммә тауыш рекламаһын тулыһынса тыймаҫҡа ҡарар иттек. Был йәһәттән теге йәки был павильонда тауарҙар булыуы хаҡында хәбәр иткән “Кубань казактары” фильмы иҫкә төштө, унда рекламаланған тауар һәм хеҙмәттәр махсус тәғәйенләнгән махсус урындарҙа ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта йорт фасадтарында, ҡыйыҡтарында тауышлы рекламаны ҡулланыуҙы тыйырға кәрәк тип иҫәпләйем. Кешелә насар ҡараш тыуҙырған, ял итергә ҡамасаулаған әйберҙәрҙән ҡотолоу мөһим”.    

“Маэстро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Максим Лушин закон буйынса былай тип белдерҙе:

“Тышҡы тауышлы рекламаны тулыһынса тыйыуға ҡаршымын, әммә баҙар сегментын көйләүгә ҡушҡуллап риза. Урам радиоһы тәү сиратта кешеләрҙә граждандар оборонаһы сигналы буйынса сара күреү оҫталығын арттырыу, халыҡты, биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау, янғын хәүефһеҙлеге буйынса тематик белем биреүҙе таратыу һәм тапшырыу өсөн булдырылған. Асыҡ урам тапшырыуы системаһы ярҙамында ғәҙәттән тыш хәлдәр, ғәрәсәттәр, террорлыҡҡа ҡаршы компаниялар алып барыла. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошо шарттары үҙгәреүе, һыу инеүҙе сикләү, янғын хәүефе миҙгеле, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында файҙалана. ЮХХДИ йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт хәл-ваҡиғаһын кәметеүгә йүнәлтелгән аудиороликтар урынлаштыра, был юлдарҙа балалар үлемен кәметеүгә булышлыҡ итә. Полиция "урам радиоһы" аша юғалған граждандарҙы эҙләй, халыҡҡа телефон мутлашыусылары, террорлыҡ тураһында хәбәр итә, кеҫә бурҙарынан һаҡ булырға саҡыра”.

Фото: moe-belgorod.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас