

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) операторҙарын уҡытыу эшен башланы. Ҡорамалдарҙы уңышлы файҙаланыу өсөн участка комиссияларының хәл иткес тауыш хоҡуғы булған ағзалары араһынан һайлап алынған 696 операторҙы әҙерләү талап ителә.
Уҡыу барышында комплекс менән эшләүҙең төп алгоритмдары ҡараласаҡ: системаға һынау үткәреү, комплекстың эшкә һәләтлелеген тикшереү, һайлаусыларҙың тауышын иҫәпләү һәм, күп көнлөк тауыш биреүҙе иҫәпкә алып, һөҙөмтәләр тураһында участка һайлау комиссияһы протоколын әҙерләү процесын тамамлау.
Уҡыусыларҙың теоретик белемдәре практик күнекмәләрҙә нығытыласаҡ. Күнекмәләр тамамланғас, КОИБ операторҙарына танытмалар тапшырыласаҡ.
Быйыл уҙасаҡ һайлауҙа республикала булған барлыҡ 230 комплекс та файҙаланыласаҡ. Ҡала округтарында 63 КОИБ йәлеп ителәсәк (был дөйөм һандың 27,39 процентын тәшкилә итә), ә ҡалған 167 комплекс муниципаль райондарҙың ҙур ауылдарындағы һайлау участкаларында эшләйәсәк.
Фото: Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан.