Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Август 2021, 10:00

Бер кемдең дә бурыс һаҙлығына батҡыһы килмәй ҙә бит...

"Приставтар суд ҡарарҙарын башҡарырға тейеш. Ә штрафтарҙы, кем һалған, шул таптырып алһын", – тине депутат.

Бер кемдең дә бурыс һаҙлығына батҡыһы килмәй ҙә бит...Бер кемдең дә бурыс һаҙлығына батҡыһы килмәй ҙә бит...
Бер кемдең дә бурыс һаҙлығына батҡыһы килмәй ҙә бит...

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған “Честно говоря” тапшырыуында бурыстар темаһы ҡаралды. Саҡырылған эксперттар булараҡ Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары, хоҡуҡ һаҡсылары Олег Галин менән Зөлфиә Ғайсина һәм Рәсәй Дәүләт Думаһының етенсе саҡырылыш депутаты Зариф Байғусҡаров сығыш яһаны.

Тапшырыу барышында ни өсөн кешеләрҙең бурыс һаҙлығына батыуы, суд приставтары, коллекторҙар эшмәкәрлеге, “Финико” финанс пирамидаһының ҡолауы, хоҡуҡтарҙы яҡлаған закондар һәм башҡа бик күп мәсьәләләр тикшерелде.

Олег Галиндың фекеренсә, шәхси бурыстарҙы шәхси кешеләр таптырырға тейеш, Көнбайыш илдәрендә шулай эшләйҙәр.

– Әгәр Вася Петяға аҡса тейеш икән, уны таптырыу менән шәхси кешеләр шөғөлләнһен, был былай ҙа мәшәҡәте күп булған суд приставтары эшен бер аҙ еңелләштерер ине. Дәүләткә ҡараған суд приставтары дәүләт эштәре менән шөғөлләнергә тейеш, – ти ул.

Уның фекере менән башҡалар килешмәне, уларса, суд приставтары эшен еңелләштереү өсөн штрафтар таптырыу вәкәләттәрен ошо протоколдарҙы төҙөгән ойошмалар иңенә һалырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта был ойошмаларҙың штаттарын саҡ ҡына киңәйтеү кәрәк буласаҡ.

Зөлфиә Ғайсина белдереүенсә, Көнбайыш практикаларының Рәсәйгә берегеп китеүе икеле, сөнки бурыстарҙы таптырған шәхси конторалар үҙ хоҡуҡтарын арттырып ебәрәсәк.

– Ни өсөн беҙҙә коллектор агентлыҡтары эшмәкәрлеген сикләнеләр? Сөнки улар бурыслыларҙы ҡурҡыта башланы, яндырҙылар, туҡманылар, хоҡуҡтарын ныҡ арттырҙылар, – тине ул.

Зариф Байғусҡаровтың фекеренсә, шәхси ойошмалар ҡатмарлы эштәрҙе алмаясаҡ, сөнки уларҙың төп маҡсаты – килем. Эшҡыуарҙарға бының менән шөғөлләнер өсөн мотивация булмаясаҡ.

– Приставтар суд ҡарарҙарын башҡарырға тейеш. Ә штрафтарҙы, кем һалған, шул таптырып алһын. Был ойошмаларҙың штатын арттырыуға килгәндә, бер-ике кеше өҫтәү ҙә етәсәк, сөнки хәҙер был эш онлайн-киңлеккә күсте һәм йорттар буйлап йөрөү мотлаҡ түгел, – ти депутат.

Бынан тыш, парламентарий бурыслылар хоҡуҡтарын яҡлаған закондар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы быйыл июндә бурыслыларҙың минималь килемен тартып алыуҙан һаҡлаған 234-се законды ҡабул итте. Ул үҙ көсөнә 2022 йылдың февраленән инәсәк. Һәр хәлдә лә бурыслы кешелә ҡалырға тейеш булған сумма – йәшәү минимумы, йәғни 12702 һум. Унан күберәк булған аҡсаны суд ҡарары буйынса бурысты ҡаплау өсөн ала аласаҡтар.

Тағы ла бер закон, 2020 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, граждандың кредиттар буйынса бурыс сиген билдәләне. Уға ярашлы кредитҡа өҫтәлгән проценттар, штрафтар, пеня һәм башҡа яуаплылыҡ саралары, шулай уҡ түләүле хеҙмәттәр бурыс хаҡынан 1,5 тапҡырға юғарыраҡ була алмай. Был кимәлгә еткәс, проценттар, штрафтар өҫтәү туҡтатылырға тейеш.

Олег Галин белдереүенсә, ҡапыл мәҫәлән, операцияға, дауаланыуға аҡса кәрәк булған саҡта кеше 1000 процентҡа булһа ла кредит алырға әҙер. Һәм бындай кредитты бирергә әҙерҙәр табылып тора. Килешеүгә кешеләр ирекле ҡул ҡуя, уны тыйыу мөмкин түгел. Һөҙөмтәлә кемдәрҙер бурыс һаҙлығына бата...

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас