

Республика Үҙәк һайлау комиссияһының эшсе төркөм ағзалары Өфө ҡалаһының күреү һәләтен юғалтҡан һәм насар күргәндәр тауыш биреү өсөн махсуслашҡан һайлау участкаларын ҡараны.
Һайлау кампанияһына әҙерлек, уны үткәреү барышында ойоштороусылар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ныҡлы иғтибар бирә. Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 июленә ҡарата төбәктә инвалидлығы булған 240 мең самаһы граждан теркәлгән. Улар араһында һигеҙ меңдән ашыуы – күреү, 12 меңдән күберәге - ишетеү һәм 17 мең самаһы инвалид таяу-хәрәкәт ағзалары мәсьәләләре менән интегә.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән күреү һәләте сикләнгән граждандар өсөн ете һайлау участкаһы билдәләнгән. Уларҙа махсус трафареттар һәм VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға эре шрифт менән әҙерләнгән мәғлүмәт сығанаҡтары файҙаланыла.
Өфө ҡалаһындағы 208-се һәм 112-се һайлау участкалары махсуслашҡан участкалар иҫәбендә. Республика Үҙәк һайлау комиссияһының булышлыҡ итеү буйынса эшсе төркөмө, шулай уҡ Бөтә Рәсәй инвалидтары ойошмаһының төбәк бүлексәһе ағзалары был учаскаларҙа булып, ундағы күреү һәләте сикләнгәндәргә тауыш биреү өсөн тыуҙырылған шарттар менән яҡындан танышты.
208-се һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Светлана Просвернина инвалидтар менән эшләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, махсус ҡулайламаларҙы, ҡорамалдарҙы ҡараны. Һайлау участкаһы Өфө медицина колледжы бинаһында урынлашҡан. Әйткәндәй, унда белем алған студенттарҙың йөҙгә яҡыны - күреү һәләте буйынса инвалид. Шуға күрә лә учреждениела бар нескәлектәрҙе иҫәпкә алып, уңайлы мөхит булдырылған.
112-се һайлау участкаһы Республика халыҡ ижады үҙәгенең Инвалидтар ижады йорто бинаһында урынлашҡан. Һайлау комиссияһы урынбаҫары Андрей Половинкин физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар менән эшләү тәжрибәһен уртаҡлашты. Эшсе төркөм ағзалары бинаға инеү юлдарын һәм ҡулайламаларын ҡарап сыҡҡас, ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу буйынса кәңәштәр, тәҡдимдәр бирҙе. Махсуслашҡан участкалар менән танышыу артабан да дауам итәсәк. Сиратта – Бәләбәй, Белорет һәм Стәрлетамаҡ һайлау участкалары.
Фото: Башҡортостан Үҙәк һайлау участкаһы.