

Өфөлә “Йәштәр бранчы” проектына ярашлы рәсми булмаған осрашыуҙар дауам итә. Бөгөн “Арт-КВАДРАТ”та үткән бишенсе сараның ҡунағы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин булды. Һөйләшеү социаль лифттарға һәм йәштәрҙең мөмкинлектәренә арналды.
“Галстуктарһыҙ” ойошторолған мөхиттә егет һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, Башҡортостанда йәштәргә күрһәтелгән ярҙам, йәмәғәт эшмәкәрлегендә ҡатнашыу, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” федераль платформаһы проекттары, һәләтлеләргә ярҙам итеүҙең төбәк майҙансыҡтары, төбәктең көнүҙәк кадр конкурстары ҡаралды.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бергәләп киләсәктә ихтыяж тыуҙырасаҡ һөнәрҙәр һәм компетенциялар тураһында һөйләште. Йәштәргә үҫеш өсөн яҡшы платформа тип "WorldSkills Russia" чемпионаты милли финалын йыл һайын Өфөлә үткәреү тәҡдиме аталды.
Ҡунаҡҡа бирелгән һорауҙар күп төрлө булды - карьеранан башлап хоббиға һәм яратҡан музыкаға тиклем. Унан, мәҫәлән, Моргенштерндың ижадына ҡарашы тураһында ла белештеләр. "Уның ижадын тыйыу – ахмаҡлыҡ. Уны ҙур ғына аудитория тыңлай. Был беҙҙең бала саҡтың “Сектор газа”һы", – тине Александр Сидякин.
Осрашыуҙы дөйөм селфи һәм Александр Сидякиндың “Мыжымағыҙ һәм хәрәкәт итегеҙ” тигән кәңәше менән тамамланылар. "Мин үҙем һуҡанан әлеге вазифама тиклем юл үттем, һәм кемделер нимәлер килеп сыҡмай тип ғәйепләү – һуңғы эш", – тине ул.
Осрашыуҙан йәштәр ҡәнәғәт ҡалды. "Был ябай мотивация телмәре генә түгел, ә ҙур тәжрибә һәм практик мәғлүмәт, беҙ уны файҙалана аласаҡбыҙ", – тине Мансур Бикмәтов.
“Йәштәр сәйәсәте лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының был проекты республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Аҙна һайын йомала йәштәр республиканың билдәле кешеләре менән осраша һәм төрлө темаға аралаша.
Фото: Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.