

VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттарын һайлау буйынса календарь планға ярашлы, 2021 йылдың 27 авгусынан да ҡалмайса төбәк һайлау комиссиялары бер мандатлы округтар буйынса тауыш биреү бюллетененең рус телендәге тексын раҫлай.
Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы сираттағы 193-сө комиссия ултырышында VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауында тауыш биреү өсөн федераль һайлау округы һәм бер мандатлы һайлау округы буйынса башҡорт һәм татар телдәрендәге һайлау бюллетендәренең тексын раҫланы. Текст Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы алдан раҫлаған формаға ярашлы һайлау бюллетененең бер яғында урынлашырға тейеш.
Теркәлгән ҡайһы бер кандидаттар һайлауҙа ҡатнашмаһа, исемлектән төшөп ҡалһа, территориаль һайлау комиссияһы һәм участка һайлау комиссияһы әҙерләнгән һайлау бюллетененән ул кешенең исемен һыҙып ташлаясаҡ.
Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһы.