

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы видеоконференция бәйләнеше режимында 19 сентябрҙә – Берҙәм тауыш биреү көнөндә – уҙасаҡ һайлауҙа видеокүҙәтеү ойоштороу һәм күҙәтеү үҙәктәренең эше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының ултырыштар залында видеокүҙәтеү системаһын булдырыуға йәлеп ителгән ведомство һәм ойошмалар, шулай уҡ VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа ҡатнашҡан сәйәси партиялар вәкилдәре лә булды. Сараны Рәсәй Үҙәк һайлау комиссия рәйесе Элла Памфилова алып барҙы.
Комиссия рәйесе илдәге видеокүҙәтеү тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте һәм 2021 йылдағы һайлауҙа уны файҙаланыуҙың үҙенсәлектәренә туҡталды: киң күләмде йәлеп итеү, өс көн дауамында туҡтауһыҙ күрһәтеү (70 сәғәт), махсус порталға трансляция яһау.
Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм “Ростелеком” компанияһы вәкилдәре системаның төп техник параметрҙарын асып һалды, трансляция порталына инеү алгоритмын аңлатты, кандидаттарҙы һәм партия вәкилдәрен уҡытыу ваҡытын белдерҙе. Атап әйткәндә, 6 сентябрҙә видеокүҙәтеү порталындағы “Уҡытыу” бүлегенә инергә мөмкин буласаҡ, ә 16 сентябрҙән бөтә күҙәтеү инфраструктураһының эшләү һәләтен тикшерәсәктәр.
Кәңәшмә барышында Краснодар крайының, Свердловск өлкәһенең һәм Мәскәү ҡалаһының йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге булдырыу һәм уларҙың эшен ойоштороу тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Сара аҙағында парламент партиялары вәкилдәре сығыш яһаны. Улар видеокүҙәтеү системаһына баһа бирҙе, шулай уҡ уны камиллаштырыу буйынса Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына тәҡдимдәрен индерҙе.
Видеоконференцияла Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, республика Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы, “Ростелеком” компанияһы вәкилдәре һәм сәйәси партиялар ағзалары ҡатнашты.
Фото: Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан.