

Республика Үҙәк һайлау комиссияһының Үҙ-ара булышлыҡ итеү буйынса эшсе төркөмө ағзалары Бөтә Рәсәй инвалидтары йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе менән берлектә насар күргән һәм бөтөнләй күреү һәләтенән мәхрүм граждандар өсөн махсуслашҡан һайлау участкаларын тикшереүҙе дауам итә. Был юлы улар Бәләбәй ҡалаһындағы һайлау участкаларын ҡараны.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Таһир Закиров, Комиссия Аппаратының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм мәғлүмәт бүлеге баш консультанты Елена Лысова һәм территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Александр Ларик һайлау участкалары ағзалары, райондың һуҡырҙар йәмғиәте вәкилдәре менән осрашты һәм күреү һәләте сикләнгән граждандарҙың фекерҙәрен тыңланы.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: республика Үҙәк һайлау комиссияһы күреү һәләте буйынса инвалидтар өсөн билдәләгән махсуслаштырылған ете участканың өсәүһе Бәләбәйҙә урынлашҡан, сөнки ҡаланың “Автодеталь” предприятиеһында Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе бар. Ойошма ағзалары инде оҙаҡ йылдар дауамында һайлау кампанияһы ваҡытында участка һәм территориаль һайлау комиссиялары менән хеҙмәттәшлек итә. Урындағы ойошма ағзаһы Сажидә Йәноҙаҡова хаҡлы ялдағы ветерандар менән әүҙем эш алып бара.
1195-се һайлау участкаһы Бәләбәй гуманитар-технологик колледж бинаһында урынлашҡан. Комиссия рәйесе Павел Литко белдереүенсә, участка биләмәһендә күреү һәләте сикләнгән 57 һәм насар ишеткән 18 инвалид йәшәй. Уларҙың яртыһынан күбеһе һайлау участкаһына килеп тауыш бирә, ә ҡалғандары өйҙә. Һайлау участкаһында инвалидтар тауыш бирһен өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырыла: ваҡытлыса махсус һыҙат һалына, пандустар ҡуйыла, өҫтәмә яҡтыртыу ҡормалдары урынлаштырыла, бюллетендәрҙе ҙурайтып күрһәтеү өсөн лупа һәм тултырыу өсөн трафарет тәҡдим ителә. Мәғлүмәт материалдары эре шрифт менән яҙылған, уларҙың бер өлөшө Брайль шрифты менән әҙерләнгән. Һайлау көнөндә ирекмәндәр дежурлыҡ алып барасаҡ.
17-се мәктәп бинаһында 1194-се һайлау участкаһы урынлашҡан. Комиссия рәйесе Любовь Бикҡолова әйтеүенсә, һайлау участкаһына 1500 граждан беркетелгән, уларҙың 221-е - күҙ буйынса инвалид. Инвалидтарҙың 80-гә яҡыны участкаға килеп тауыш бирә. Ирекмәндәр, комиссия ағзалары уларға бар яҡлап та ярҙамлаша.
Башҡорт гимназия-интернатында 1191-се һайлау участкаһы урынлашҡан. Участка комиссияһы рәйесе Ирина Шумихина һәм территориаль комиссия ағзаһы Светлана Иҫәнберҙина инвалидтарға тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙағы тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Был йәһәттән коллегаларының кешелекле булыуы, ярҙамсыллығы, ихласлығы һәм хәстәрлеге төп шарттарҙың береһе, тип иҫәпләй улар. Участка биләмәһендә йәшәгән 167 инвалидтың күпселеге килеп тауыш бирә, бөтөнләй күрмәгәндәре генә өйҙән ҡатнаша. 40-50 кеше туғандары йәки ирекмәндәр оҙатыуында килә. Быны инвалидтар үҙҙәре лә раҫланы.
Алдағы көндәрҙә эшсе төркөм тағы ла Белорет һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашҡан махсуслашҡан һайлау участкаларының әҙерлеге менән танышасаҡ.
Фото: Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан.