

Ошо көндәрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса юл картаһын тормошҡа ашырыу ҡаралды.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов белдереүенсә, 2021 йылдың 30 авгусына ҡарата проблемалы объекттар реестрына 123 йорт инә, унда ете меңдән ашыу кешенең хоҡуҡтары боҙолған.
Шул уҡ ваҡытта быйыл Хөкүмәттең төҙөлөш блогы муниципалитеттар һәм төҙөүселәр менән берлектә бик ҙур эш башҡарҙы, һөҙөмтәлә был исемлектән 47 объектты алып ташларға итәләр.
Шулай 22 йорт өлөшсөләре төҙөлөп бөтмәгән йорттары өсөн компенсация алған. Йәнә 15 объекттың милексеһе булып юридик шәхестәр тора һәм улар компенсация алырға хоҡуҡлы түгел. Ҡалған ун йортто конкурс етештереүе сиктәрендә төҙөгәндәр.
"Быйыл сентябрҙә Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы был йорттарҙы проблемалы объекттар реестрынан алып ташлау мөмкинлеге биргән документтарҙы раҫлаясаҡ", – тине Артем Ковшов.
Шулай итеп, реестрҙа 76 йорт ҡаласаҡ. Уларҙың 35-нә ҡарата Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фонд финанслашыу буйынса ҡарар ҡабул иткән. Йәнә 20 объектты инвестиция аҡсаларына төҙөргә йыйыналар. Тороп ҡалған 21 проблемалы йортто төҙөп бөтөү механизмдарын эшләргә кәрәк, шул иҫәптән унда федераль фонд аҡсалары ла йәлеп ителәсәк.
Артем Ковшов әйтеүенсә, сентябрҙә төҙөүселәр Өфөлә “Уютный” һәм “Лимонарий” торлаҡ комплекстарында берәр йортто һәм Октябрьский ҡалаһында “Весна” торлаҡ комплексының 18-се литерын тамамларға тейеш.
Йыл аҙағына тиклем Өфөлә “Черемушки” комплексының 3-сө литерын, Нефтекамала “Жилстрой” компанияһы йортон һәм “Весна”ла 19-сы литерҙы тамамларға йыйыналар.
Радий Хәбиров белдереүенсә, алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеү эше яҡшы темпта бара. Тик күп осраҡта кешеләр торлағын әллә нисә йылдар буйы көтә һәм шуға күрә йылдамлыҡты кәметергә ярамай. Башҡортостан Башлығы бер айҙан йәнә был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтып, эш барышын ҡарарға ҡушты.
– Күп объекттар буйынса нимә эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ, уларҙы төҙөү механизмдарын билдәләнек. Быйыл йәнә ике мең алданған өлөшсөнөң хоҡуҡтарын тергеҙәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ә мәсьәләне тулыһынса хәл итеүҙе 2024 йылдың аҙағына тиклем ҡалдырабыҙ. Шуға күрә 2023 йыл аҙағына тиклем бөтәһенә лә ярҙам итергә тейешбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.