

Мәғлүм булыуынса, 19 сентябрҙә – Берҙәм һайлау көнөндә – VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлаясаҡбыҙ. Коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, тауыш биреү өс көн барасаҡ – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә.
Федераль исемлеккә индерелгән кандидат һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартыу хоҡуғына эйә. Ул 2021 йылдың 1 сентябрҙән дә ҡалмайынса белдерергә тейеш, әгәр көтөлмәгән хәл булһа, 15 сентябргә тиклем ғариза бирә алалар.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына яҙған ғаризаһы нигеҙендә өс көн эсендә кандидатты федераль исемлектән төшөрәләр, ә беренсе тауыш биреү көнөнә өс көн ҡалған осраҡта – ғариза биргәндең беренсе тәүлегендә үк исемлектән һыҙалар.
Сәйәси партиялар федераль исемлеккә теркәлгән айырым кандидаттарҙы 2021 йылдың 3 сентябренән дә ҡалмайынса төшөрөп ҡалдыра ала. Шулай уҡ сәйәси партия, граждандарҙың һайлау хоҡуғын яҡлау тураһында эш ҡуҙғатылған осраҡта, кандидатты, судҡа мөрәжәғәт итергә нигеҙ булған эше өсөн, федераль исемлектән төшөрөп ҡалдырырға хоҡуғы бар.
Федераль исемлеккә кандидаттарҙы өҫтәп индереүгә йәки уларҙың урынынан күсеүенә юл ҡуйылмай, бары тик айырым кандидат төшөп ҡалыуына бәйле сират үҙгәргән осраҡта ғына бындай хәлдәрҙең мөмкин.
Шуны белеү мөһим: һайлауҙа артабан ҡатнашыуҙан баш тартыу тураһындағы ғаризаны кире алып булмай.
Фото: https://vk.com/clubbashkortostanizbirkom
#простоовыборах #госдума #выборы2021 #депутаты #цикроссии #партии#кандидаты