

Стәрлетамаҡ ҡалаһы суды 11 кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм сығарҙы. Уларҙың һәр береһе, ҡылған енәйәт кимәленән сығып, ғәйепле тип табылды, йәғни “ҡомарлы уйындарҙы законһыҙ ойоштороу һәм үткәреү”, “авторлыҡ хоҡуғы объекттарын законһыҙ файҙаланыу”, “урлау маҡсатын ҡуймайынса автомобилде хоҡуҡһыҙ файҙаланыу”, “страховкалау өлкәһендә мутлашыу” кеүек статьялар буйынса.
Судта асыҡланыуынса, 2016 йылдың мартынан алып 2019 йылдың октябренә тиклем был төркөм Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике шәхси йортта ҡомарлы уйындар ойошторған һәм үткәргән (законға ярашлы, Башҡортостанда был тыйылған). Уйын ҡорамалы урынлаштырып, контрафакт программалар файҙаланып, авторлыҡ хоҡуғы булған кешеләргә 3,5 миллион һум зыян килтергәндәр.
Ошо эшмәкәрлек ваҡытында енәйәтсе төркөм 30 миллион һумдан ашыу күләмдә законһыҙ килем алған.
Бынан тыш, әшнәләрҙең береһе “ВАЗ-21100” маркалы автомобилде ҡыуып алып китеүҙә һәм ике сит ил автомобиле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһын алдап ойоштороуҙа ғәйепләнә.
Документтар нигеҙендә улар “Мерседес-Бенц” автомобиле зыян күргән тип күрһәтеп, страховка компанияһынан 400 мең һум аҡса ала һәм үҙ файҙаһына тотона.
Ғәйепләнеүселәр өлөшләтә генә ғәйебен таныған.
Суд енәйәтселәрҙең береһен ике йыл да 10 айға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ултыртырға ҡарар сығарҙы. Ҡалған ҡатнашыусылар бер йыл да дүрт айҙан алып өс йылға тиклем шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде.
Прокуратура енәйәтселәргә ҡарата бындай хөкөм ҡарарын үтә йомшаҡ тип иҫәпләй һәм уны яңынан ҡарауға бирергә уйлай.
Фото: tula.bezformata.com