Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Сентябрь 2021, 18:15

Тирә-яҡ мөхиткә яңы хәүеф янай

Экологиямы, әллә иҡтисадмы?

Тирә-яҡ мөхиткә яңы хәүеф янайТирә-яҡ мөхиткә яңы хәүеф янай
Тирә-яҡ мөхиткә яңы хәүеф янай

Быйыл Рәсәйҙә иҫке автомобиль покрышкаларын ихаталар һәм йорт алдарын биҙәүҙә ҡулланыуҙы тыйҙылар. Республика ЮХХДИ идаралығының элекке етәксеһе Динар Ғилметдинов был сикләүҙәрҙең кире яҡтары тураһында социаль селтәрҙәге яҙмаһында белдерҙе.

Ул Ишембай ҡалаһында булған саҡта урындағы коммуналь хеҙмәттең арттағы ихатаһында тау булып өйөлгән автомобиль покрышкаларын күрә. Был хәлгә битараф ҡалмай. Мәғлүм булыуынса, быйыл 1 июлдән ихата биләмәләрен төҙөкләндереүҙә покрышкалар ҡулланыуҙы тыйҙылар. Йәғни кешеләрҙең унан эшләгән аҡҡоштары, түтәлдәре закон боҙоу була. Был тыйыуҙарҙы күҙәтмәгән идара итеү компанияларына ҙур штрафтар янай - 250 мең һумға тиклем. Шуға ла коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡаҙып ала башлаған, тик артабан ҡайҙа итергә белмәй.

Ғәмәлдәге законға ярашлы, автомобиль покрышкалары тирә-яҡ мөхиткә өс-дүрт класлы хәүеф тыуҙыра. Уларҙы яғыу ҙа, үҙаллы утилләштереү ҙә тыйыла. Сүплектәргә алып барһаң, ҡабул итеү өсөн аҡса һорайҙар, идара итеүсе компаниялар бюджетында был маҡсатта аҡса ҡаралмаған. Шуға ла предприятиелар уларҙы үҙ ихаталарында ваҡытлыса һаҡларға мәжбүр.

"Автомобиль шиналары химик составы буйынса хәүефле. Йылынған саҡта уларҙан бүленеп сыҡҡан зыянлы матдәләр тирә-яҡты ағыулап, хатта һауаға ла, ергә лә үтеп инә, ер аҫты һыуҙарына тиклем барып етә. Әлеге ҡалдыҡтар әйләнешендә экологик талаптарҙы үтәмәү тирә-яҡ мөхиткә, экологияға, кеше һаулығына ҡурҡыныс тыуҙыра. Бындай эшмәкәрлек өсөн граждандарға - бер-ике мең һум, вазифалы кешеләргә - 10-30 мең һум, ойошма булып теркәлмәйенсә эшҡыуарлыҡ алып барғандарға 30-50 мең һум штраф һалыу йәки эшмәкәрлекте 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыу, юридик ойошмаларға 100-250 мең һумға тиклем штраф һалыу йәки 90 тәүлеккә ҡәҙәр эшмәкәрлекте административ туҡтатыу янай", - ти Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Ренара Ғазина.

Динар Ғилметдинов белдереүенсә, ул экологик бәләнең киң күләмле булыуын күҙ алдына килтермәгән.

"Был бер муниципаль унитар предприятиеның ғына баш бәләһе түгел, ә дөйөм системаныҡы. Коммуналь предприятиелар покрышкаларҙы утилләштереү өсөн аҡса түләй алмай, заводтар үҙҙәренә зыянға эшләмәй, эшкәртеүҙән килеп сыҡҡан резина онтаҡтары баҙарҙа ихтыяж менән файҙаланмай. Бер ябыҡ цикл килеп сыға, уны дәүләт ярҙамынан тыш хәл итеп булмай", - ти Динар Ғилметдинов.

Уның менән экологтар ҙа килешә. Башҡортостандың Экологтар союзы һәм "Рециклинг ҡалдыҡтары буйынса эшҡыуарҙар берлеге" ассоциацияһы рәйесе Александр Веселов, был покрышкаларҙы шым ғына күмә башларҙар, тип белдерҙе. Ул әлеге мәсьәләне 2019 йылда Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығындағы кәңәшмәлә күтәрә. Транспорт предприятиелары, заводтар менән уртаҡ тел табылһа ла, дәүләт ярҙамынан тыш уны хәл итеп булмаясағы шул саҡта уҡ аңлашыла.

Әле интернетта был мәсьәләне яйға һалыу буйынса әүҙем аралашыу бара. Улар араһында Ишембай ҡалаһындағы махсус иҡтисади зонала завод төҙөү фекере лә бар.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас