Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Сентябрь 2021, 17:30

Волга буйы округында ниндәй хәлдәр бар?

Кәңәшмәлә Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек, эпидемиологик хәл, инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыслыҡты арттырыу, экология торошо, “iВолга” йәштәр форумы йомғаҡтары һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Волга буйы округында ниндәй хәлдәр бар?Волга буйы округында ниндәй хәлдәр бар?
Волга буйы округында ниндәй хәлдәр бар?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың видеоконференция тәртибендә үткәргән кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда күп мәсьәләләр ҡаралды – Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек, эпидемиологик хәл, инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыслыҡты арттырыу, экология торошо, “iВолга” йәштәр форумы йомғаҡтары һәм башҡалар.

Төп тема етеп килгән Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек булды. Игорь Комаров белдереүенсә, Дәүләт Думаһына депутаттар, шулай уҡ өс төбәккә башлыҡ һайлау менән бер рәттән округта 1,2 мең төбәк һәм муниципаль кампания үтәсәк, уларҙа туғыҙ мең мандат, һайланған вазифалар алмаштырыласаҡ. Тап ошоноң арҡаһында бөтә структураларға ла берҙәм эшләргә, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе ойошторорға кәрәк.

Башҡортостанда 17-19 сентябрҙә, Дәүләт Думаһы депутаттарынан тыш, Өфө, Белорет, Бөрө ҡалалары һәм Өфө районының Йоматау ауылы советтарына депутаттар һайланасаҡ. Өс һайлау округында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә депутаттар һайлау буласаҡ. Йәнә 49 биләмәлә ҡала советтарына һәм ауыл биләмәләренә, муниципаль райондарға өҫтәмә депутаттар һайлау көтөлә.

Игорь Комаров августың һуңғы аҙнаһында коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәр һаны кәмей башлауын билдәләне. Әммә уҡыу йылы башланыу һәм йәйге ял миҙгеле тамамланыуға бәйле сирҙең артыу хәүефе бар. Шуға күрә тестар үткәреү кимәлен норматив кимәлендә һаҡларға кәрәк.

Тулы хоҡуҡлы вәкил белдереүенсә, инфекция таралыуы хәүефе тыуған мәлдә вакцинация иң мөһим яҡлау сараһы булып тора. Ул төбәк етәкселәренә мәктәптәрҙә санитар нормаларҙы үтәргә, террорлыҡҡа, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек мәсьәләләрен шәхси контролгә алырға ҡушты.

Башҡортостанда прививка эшләү темпы даими үҫә. Төбәккә әле 1458168 доза вакцина алынған. 2 сентябргә ҡарата уның беренсе компонентын - 1168855, икенсеһен 1015426 кеше ҡаҙатҡан. 1 сентябрҙән алып мәктәптәрҙә санитар хәлде медицина инспекторҙары контролдә тота. Коронавирустан прививканы республика уҡытыусыларының 76 проценты һалдырған.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Волга буйы федераль округы төбәктәренең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыслығын күтәреү һәм эшлекле мөхитте яҡшыртыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Рәсәй Президенты Владимир Путин да был мәсьәләне даими контролдә тота, маҡсатлы күрһәткестәрҙе арттырыуҙы талап итә.

2020 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Милли рейтингта тәүге биш төбәк иҫәбенә инде.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “iВолга” йәштәр форумына йомғаҡ яһаны. Быйыл сара онлайн-форматта үтте, унда 4,5 мең кеше ҡатнашты, 104 меңе ҡараны. Форумда гранттар конкурсы ойошторолдо. Башҡортостан вәкилдәре иҡтисад, ауыл хужалығы, медицина тармаҡтары буйынса проекттарын тәҡдим итте һәм дөйөм суммаһы бер миллион һумлыҡ алты грант отто.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас