

Президент Владимир Путин раҫлаған Рәсәй Федерацияһының яңы Милли хәүефһеҙлек стратегияһын тикшереү өсөн Белоретҡа 300-ҙән ашыу кеше йыйылды. Улар араһында имамдар, имам-мөхтәсибтәр, йәштәр, ирекмәндәр булды.
Сараны Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ойошторҙо. Был - мөфтиәттең Рәсәй дөйөм гражданлыҡ берҙәмлеге концепцияһын үҫтереү маҡсатында урындарға сығып ойошторған 12-се ултырышы.
Форумда мосолмандарҙың илһөйәрлек, социаль һәм гражданлыҡ әүҙемлеге, илдең йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуы, рухи йолаларҙы, ҡиммәттәрҙе һаҡлау, балаларҙа әхлаҡ, түҙемлелек тәрбиәләү мәсьәләләре күтәрелде. Мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин белдереүенсә, әлеге йыйын белем, тәрбиә алымдарын уртаҡлашыу майҙаны буласаҡ, сәйәсәт һәм социаль медиация өлкәһендә руханиҙарҙың компетенцияһын көсәйтергә ярҙам итәсәк.
"Рәсәй мосолманы – әүҙем граждан. Беҙ янғын һүндереүҙә һәм ковидҡа ҡаршы көрәштә нисек тиҙ генә йыйыла алыуыбыҙҙы күрҙек. Рухыбыҙҙы һаҡлауҙа ла шулай берҙәм булырға кәрәк. Ә бының өсөн имам аралашыуҙың заманса техникаһын белергә тейеш: социаль селтәр алып барырға, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итергә, мөһим һорауҙарға яуап бирергә. Шул иҫәптән үҙ ҡалаңдың, төбәгеңдең, илеңдең тормошонда әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим", – тине Айнур Бирғәлин.
Башҡортостанда пандемияға һәм янғынға ҡаршы көрәштә мосолмандар ҙа әүҙем ҡатнаша. Бының нигеҙе - диндә изге ҡиммәттәрҙең юғары ҡуйылыуында. Пандемия ваҡытында Диниә назараты мосолман йәштәрен ирекмәндәр сафына инеп, мохтаждарға ярҙам итергә саҡыра. Был мөрәжәғәтте 300-ҙән ашыу кеше ҡабул итеп, үҙ автомобилдәрендә дарыу, аҙыҡ-түлек ташый, медицина хеҙмәткәрҙәрен йөрөтә. Янғын көслө барған райондарҙа ирекмәндәр база итеп файҙаланһын, уттан зыян күргәндәргә ваҡытлыса туҡталыу урыны булһын өсөн мәсеттәр тәүлек әйләнәһенә асыҡ тора.
Әлеге форумды асыуҙа Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла ҡатнашты. Ул сығышында урында төрлө дин кешеләре йәшәүен билдәләне. "Халыҡтар дуҫлығы – иң мөһиме, барлыҡ конфессияларҙың берҙәм эшләүе мөһим", - тине.
Форумдың беренсе көнөндә ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәресендә, социаль проекттарҙы асыҡлау һәм эшләтеп ебәреү буйынса проект сессияларында булды.
"Күп кеше ниндәйҙер ауырлыҡтар менән осрашҡанда, беренсе сиратта мәсьәләне күрә, әммә уны нисек хәл итергә кәрәклеген аңламай. Ғәмәлдә, һынауҙар һәр кем алдында яңы юлдар аса. Ошо йәһәттән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусылары йәштәр өсөн проект сессияһы уҙғарҙы", – тине ошо уҡыу йортоноң социаль проектлау һәм грант эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Элина Сафина.
Сараның икенсе көнөндә “Заман йәмғиәтендә рухи хәүефһеҙлекте һәм гражданлыҡ тиңдәшлеген тәьмин итеү” темаһына ғилми-ғәмәли семинар үтте. Унда Рәсәйҙә милли һәм дини мөнәсәбәттәр, рухи белем, тәрбиә өлкәһендә кадрҙар әҙерләү, йәштәр менән эшләү мәсьәләләре ҡаралды.
Форумда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, Рәсәй ҡануниәте дини белем алыуға ярҙам итеү өсөн бөтә сараларҙы ла күрә. "Ислам юлына кешеләр күп баҫа, улар араһында йәштәр ҙә байтаҡ, тимәк, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты иңендә яуаплылыҡ та арта. Имамға ҡыуаныслы минуттарҙа ла, ҡайғыла ла, көнүҙәк мәсьәләләр менән дә киләләр. Диндарҙар үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерә, - тине Эльвира Айытҡолова. – Беҙҙә хәҙер дин тотоусылар өсөн хоҡуҡи мөмкинлектәр тыуҙырылды, Конституцияға Аллаһ телгә алынған пункт индерелде. Илдә тәртипте, тотороҡлолоҡто нығытыу өсөн милләт-ара, конфессия-ара мөнәсәбәттәргә артабан да ҙур иғтибар бүленәсәк".
Сара аҙағында резолюция ҡабул ителәсәк, ул ҡыҙыҡһынған структуралар менән хеҙмәттәшлеккә нигеҙ буласаҡ.
Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сайты.