

Башҡортостанға Луганск Халыҡ Республикаһынан делегация килде.
Сара ике республика араһындағы дуҫлыҡты нығытыу, рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм таратыу, тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында ойошторола. Уны “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” Башҡортостан Республикаһында” төбәк бүлексәһе республиканың Йәмәғәт палатаһы ярҙамында үткәрә.
Ҡунаҡтар араһында Алчевск ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Флүр Ҡарасурин, “Луганщина яҡташтар берлеге” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Олег Акимов, Луганск Халыҡ Республикаһының Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Алексей Карякин, Луганск Халыҡ Республикаһының сит ил эштәре министры Владимир Дейнего һәм Луганск мәғлүмәт үҙәгенең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, депутаттар бар ине.
Делегация “7-се гвардия кавалерия корпусы һәм кавалеристарҙың батырлығы яңы документтарҙа һәм тикшеренеүҙәрҙә” ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу маҡсатында килгән.
3 сентябрҙә Башҡортостан Милли музейында Луганск Халыҡ Республикаһы ҡунаҡтары алып килгән “Донбасс-Геройҙарса” фотокүргәҙмәһе асылды. Уны “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” Башҡортостан Республикаһында” төбәк бүлексәһе ярҙамында “Рәсәй-Донбасс” берләштереү комитеты тәҡдименә ярашлы “Луганщина яҡташтар берлеге” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән Луганск мәғлүмәт үҙәге ойошторған.
Фотолар Донбасс ерендә барған ваҡиғаларҙы, 2014 йылда тыуған илдәрен украин баҫҡынсыларынан яҡлауға баҫҡан кешеләр яҙмыштарын, халыҡтың тормош-көнкүрешен, Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендәге сараларҙы сағылдыра.
Шуны билдәләргә кәрәк, Башҡортостанды Луганск халҡы менән мөһим тарихи ваҡиғалар күпере тоташтырып тора – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы. Фотокүргәҙмәлә лә 1943 йылдың 23 февралендә Донбасс өсөн көрәштә Петровск һәм Штеровка тораҡ пункттары араһында батырҙарса һәләк булған Миңлеғәле Шайморатов тураһында материалдар сағылыш таба.
Фотокүргәҙмәне асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, “Луганщина яҡташтар союзы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Олег Акимов, “Луганск Иҡтисади Берлеге” хәрәкәте ойошмаһы рәйесе, Луганск Халыҡ Республикаһының Халыҡ Советы депутаты Зинаида Наден, “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” Башҡортостан Республикаһында” төбәк бүлексәһенә нигеҙ һалған Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, Луганск мәғлүмәт үҙәге директоры Сергей Мешков сығыш яһаны.
Делегация ағзалары Башҡортостан Милли музейындағы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлын сағылдырған документтар, әйберҙәр өлгөһө менән танышты. Директор Альбина Ярмуллина ҡунаҡтарға шәхестең Рәсәй Геройы миҙалын күрһәтте.
Артабан делегация Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына юлланды. Унда экспозициялар менән таныштылар, “Шайморатовсыларҙың батырлығы яңы документтарҙа һәм тикшеренеүҙәрҙә” ғилми-ғәмәли конференцияһында сығыш яһанылар.
Автор фотолары.