

Өфө районы прокуратураһы Иглин районында йәшәгән 45 йәшлек ҡатынға ҡарата асылған енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ҡатын РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса (айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу) ғәйепләнә. Прокурор тикшереүенән һуң уға енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, ҡатын “Өфө районы муниципаль районының мәҙәниәт учреждениеларының эшмәкәрлеген тәьмин итеү һәм йәштәр сәйәсәте буйынса идаралығы” учреждениеһында әйҙәүсе бергес вазифаһын биләгәндә элек эшләп киткән Кириллов ауыл биләмәһе хакимиәтенең бухгалтер хеҙмәтләндереүе буйынса эшен дә алып барған. Үҙенең ауыл биләмәһе хеҙмәткәре табель һаны менән файҙаланып, ул 2018 йылдың ғинуарынан 2021 йылдың апреленә тиклем үҙенә эш хаҡы күсереп тора, уның күләме ике мең һумдан алып 30 мең һумға тиклем булған. Килтерелгән зыян күләме 1,8 миллион һумдан артҡан.
Хеҙмәткәр алған аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә тотонған. Ҡатын үҙенең ғәйебен таныған һәм аҡсаны кире ҡайтарған, шулай уҡ эшенән дә киткән. Енәйәт эше Өфө район судына ҡарау өсөн тапшырылған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай коррупция йүнәлешендәге енәйәттәр йыш осрай.
Фото: infosmi.net