

Кисә “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров партияның Туймазы, Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Шаран райондары, шулай уҡ Октябрьский ҡалаһы һайлау штабының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.
Радий Хәбиров Дәүләт Думаһына һайлауға ике аҙнанан да аҙ ваҡыт ҡалыуы хаҡында иҫкәртте. Башҡортостанды күрһәткән корпусҡа партияның иң әүҙем һәм эшлекле вәкилдәре инергә тейеш.
– “Берҙәм Рәсәй” илдең йылдам үҫешенә йүнәлеш алған. Федераль үҙәк беҙҙең төбәккә ышаныслы партнерға ҡараған кеүек мөнәсәбәттә. Шуға ла республикаға Рәсәй Хөкүмәте менән эшләүе, Башҡортостанды үҫтереүгә йүнәлтелгән программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуы уңайлы. Әлбиттә, партия көслө баҫым аҫтында тора, беҙҙе йыш тәнҡитләйҙәр. Бындай дәғүәләргә аныҡ эштәребеҙ менән яуап бирәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе билдәләүенсә, республикала һайлау кампанияһы теүәл, сифатлы үтә. Дәүләт Думаһына кандидаттарҙың партия исемлегенә көслө, компетентлы белгестәр һәм идарасылар ингән, һәр береһенең – үҙенең һөнәри юлы.
– Беҙҙең дөйөм бурыс шул – Дәүләт Думаһына һайлау законға ярашлы үтһен. Был осорҙа күп күҙәтеүселәр эшләйәсәк. Мең кешенән күберәк һайлаусы теркәлгән участкаларҙа видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Ҡайһы бер дәғүәселәр теләгәнсә, һөҙөмтәләрҙе юҡҡа сығарырға сәбәп тыуҙырырға кәрәкмәй. Республика халҡының беҙҙең барлыҡ командаға ышанысын аҡлау мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Ул Башҡортостанда алдағы йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ мөһим социаль проекттарҙы билдәләне. Уларға булышлыҡ итеү “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе эшендә өҫтөнлөклө булырға тейеш.
– Быйыл республика бюджетын тулыландырыу буйынса яҡшы йүнәлеш барлыҡҡа килде. Дөйөм алғанда, иҡтисад үҫешә, тимәк, социаль объекттар төҙөлөшөн финанслау өсөн мөмкинлектәр күберәк буласаҡ. Башҡортостан үҙенә еңеүсе идеологияһын ҡайтара башланы. “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты, уның финалы Өфөлә үтте, эшсе һөнәрҙәрен үҫтереү мөһимлеген күрһәтте. Республикала барлыҡ колледждарҙы, улар беҙҙә 95, һаҡлап ҡала алдыҡ. Хәҙер матди хәлде яҡшыртырға кәрәк, уларҙа яңы 100 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк, – тине Радий Хәбиров.
Партия лидеры төбәктең карбон полигоны асыу өсөн пилот майҙансығы булыуға дәғүә итеүе, вуз-ара студенттар кампусы төҙөүгә федераль ярҙам алыуы тураһында ла әйтте. Бынан тыш, республика үткән йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт һөҙөмтәлелеге йәһәтенән – беренсе, Инвестиция климаты хәленең милли рейтингында бишенсе урын алды.
– Барлыҡ һорауҙарға бәйле халыҡ менән ғәҙел һөйләшеү алып барырға, фекерҙе иҫәптә тоторға кәрәк. Ҡайһы саҡта был еңел түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия беҙҙең халыҡ менән аралашыуҙы сикләй. Әммә иң мөһиме – бөтәбеҙ ҙә аныҡ эштәр менән булабыҙ, иң киҫкен һорауҙарҙы хәл итәбеҙ һәм шуға ла беҙгә халыҡ күҙенә ҡарауы оят түгел. Һайлауға тыныс, ышаныслы барабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".