Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентября 2021, 12:50

17 сентябрҙә балалар уҡымаясаҡ

Бындай ҡарар нимәгә бәйле? 

Добавить в предпочтительные источники Google
17 сентябрҙә балалар уҡымаясаҡ17 сентябрҙә балалар уҡымаясаҡ
17 сентябрҙә балалар уҡымаясаҡ

Киләһе йома – 17 сентябрь мәктәп уҡыусылары өсөн ял көнө буласаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Был ҡарар Һайлау көнөнә бәйле. Билдәле булыуынса, быйыл был сәйәси сара өс көн дауамында үтәсәк. 17 сентябрь – тауыш биреүҙең тәүге көнө. Ғәҙәттә, һайлау участкалары мәктәптәрҙә урынлашҡан була, шуға күрә балалар был көндә ял итәсәк.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, был көндө Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә тәрбиә биреү характерындағы саралар үтәсәк.

Фото: kubnews.ru

Автор:Альфия Мингалиева