

Башҡортостанда Башлыҡ менән тура бәйләнештән һуң Иглиндың алданған өлөшсөләре проблемаһы хәл ителде. 118 өлөшсө Иглин ауылында Төҙөүселәр урамы 1Б, 1В һәм 1Е йорттарында фатирҙар һатып алған. “Стройиндустрия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уны төҙөп бөтөрмәгән.
Былтыр декабрҙә Радий Хәбировтың матбуғат конференцияһы ваҡытында алданған өлөшсөләр Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итте һәм проблемаларын хәл итеүҙе – компенсация түләүҙә ярҙам һораны.
“Милекселәре менән йортто яңы төҙөүсе ойошмаға тапшырыу мөмкин түгел. Тапшырыу схемаһы юҡ. Өлөшсөләр көтөп арыны, “Фонд” компанияһынан компенсация түләүҙе һорағыҙ әле”, – тип яҙҙы улар.
"Тәүҙәрәк был йорттарҙы төҙөп бөтөргә планлаштырыла ине. Тик ер участкаһына хоҡуҡтарҙы тапшырыу өсөн документтар әҙерләгән саҡта төҙөүгә тип бирелгән рөхсәттең законһыҙ булыуы асыҡланды. Ә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бинаны тулыһынса демонтажлауға тиң ине. Шулай итеп бинаны төҙөп бөтөү закон билдәләгән өс йылдан ашып китә ине. Шуға күрә уларға компенсация түләү ҡарар ителде", – тинеләр республиканың Төҙөлөш министрлығында.
Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фондтың Күҙәтеү советы өлөшсөләргә аҡсалата компенсация түләргә ҡарар итте. Был аҡсаны милекселәр 1 сентябрҙән ала башланы.
Дөйөм сумма 181 миллион һум тәшкил итә, уларҙың 160 миллион һумын федераль фонд бүлә, 21 миллион һумы – республиканыҡы. Түләүҙәр тураһында тулы мәғлүмәтте ДОМ.РФ сайтында ошо https://фонд214.рф/ һылтанмаһы буйынса ҡарап белергә була.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, 8 сентябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҙур матбуғат конференцияһы үткәрә. Төбәк етәксеһе журналистарҙың һәм республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк. Сара Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдарында һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрендә тура эфирҙа барасаҡ.
Әгәр һеҙҙең дә Радий Хәбировҡа һорауығыҙ бар икән, быны ике юл менән эшләргә була:
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә комментарий ҡалдырырға (vk.com/radiyhabirov, facebook.com/radiyhabirov, ok.ru/radiyhabirov, instagram.com/khabirovradii);
- видеоһорау ебәрергә лә мөмкин, уны мобиль телефон камераһына яҙҙырығыҙ һәм glavarb.ru сайтында махсус бүлексәгә урынлаштырығыҙ.
Фото: Иглин районы хакимиәте.