Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2021, 08:15

Теркәлгән кандидаттар тураһындағы мәғлүмәт менән нисек танышырға?

Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға һанаулы көндәр ҡалды. Мәғлүм булыуынса, мөһим сәйәси сара өс көн – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә уҙасаҡ.

Теркәлгән кандидаттар тураһындағы мәғлүмәт менән нисек танышырға?Теркәлгән кандидаттар тураһындағы мәғлүмәт менән нисек танышырға?
Теркәлгән кандидаттар тураһындағы мәғлүмәт менән нисек танышырға?

Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға һанаулы көндәр ҡалды. Мәғлүм булыуынса, мөһим сәйәси сара өс көн – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә уҙасаҡ.

Әлбиттә, һайлаусыны “Кем өсөн тауыш бирәм?”, “Кандидаттар тураһында мәғлүмәт менән нисек танышырға?” тигән һорау борсой. Законға ярашлы, округ һайлау комиссияһы һәм террриториаль һайлау комиссияһы биналарында теркәлгән кандидаттар һәм кандидаттарҙың федераль исемлеге (шул иҫәптән, теркәүҙән алыу һәм ғәмәлдән сығарыу, айырым кандидаттарҙың төшөп ҡалыуы тураһында) мәғлүмәт ҡуйылырға тейеш.

Кандидаттарҙың федераль исемлеге тураһындағы мәғлүмәттә уны тәҡдим иткән сәйәси партия исеме, теркәлгән кандидаттар тураһында биографик белешмә һәм улар тураһында дөрөҫ итеп күрһәтелмәгән белешмә тураһында ла хәбәр ителә.  

Бер мандатлы һайлау округы буйынса кандидат тураһындағы мәғлүмәткә биографик белешмә, ҡайһы партия аша тәҡдим ителеүе йәки үҙ-үҙен күрһәтеүе, шулай уҡ дөрөҫ бирелмәгән дәлилдәр тураһында мәғлүмәт  яҙыла.

Кандидаттың хөкөм ителеүе, сит ил агенты статусы йәки сит ил агенты йоғонто яһарлыҡ кеше булыу ихтималы тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә күрһәтелергә тейеш.

Кандидаттарҙың федераль исемлегендә теркәлгән кандидаттар һәм сәйәси партиялар тураһындағы мәғлүмәт һайлау бюллетенендә урынлашҡан тәртиптә ҡуйыла.  

Фото: https://vk.com/clubbashkortostanizbirkom

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас