

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә асылыуға әҙерләнгән Йәштәр йортон тултырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, унда иң ижади һәм әүҙем йәмәғәт ойошмалары урынлашырға тейеш.
Бындай үҙәк асыу тураһындағы һөйләшеү Радий Хәбировтың ирекмәндәр менән онлайн-осрашыуы ваҡытында булғайны. Былтыр июндә “Беҙ бергә” фестивале барышында Башҡортостан Башлығы, был объект Өфөнөң тарихи үҙәгендә - Пушкин урамындағы 86-сы йортта урынлашасаҡ, тигәйне.
– Яңы үҙәктә бюрократик структуралар түгел, ә көслө йәштәр ойошмалары, шул иҫәптән ирекмәндәр һәм төҙөлөш отрядтары урынлашһын, – тине Радий Хәбиров. – Үҙем барып быны ҡараясаҡмын.
Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Яна Гайдук белдереүенсә, республикала 14 - 35 йәшлек бер миллиондан ашыу кеше йәшәй. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында.
Республика муниципалитеттарының күпселегендә йәштәр сәйәсәте органдарын башҡа тармаҡтар менән берләштергәндәр, ә ҡайһы берҙәрендә урындағы хакимиәттәр штатынан сығарғандар. 12 районда был йүнәлештәге учреждениелар бөтөнләй юҡ.
Эш һөҙөмтәһен арттырыу өсөн дәүләт комитеты белгестәре тәҡдимдәр әҙерләгән. Мәҫәлән, муниципалитеттарҙа йәштәр сәйәсәтен хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары алып барырға тейеш. Бөтә райондарҙа ла элекке кеүек тейешле учреждениелар эшләргә тейеш – бүлектәр йәки комитеттар, һәр ауыл биләмәһендә – йәштәр менән эш буйынса белгестәр. Формаль булмаған төркөмдәр һәм ағымдар менән эште һөҙөмтәле алып барыу өсөн Йәштәр мөхитен өйрәнеү һәм селтәр мониторингы үҙәге булдырыу кәрәк.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә был тәҡдимдәрҙе өйрәнергә, йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн юл картаһын булдырырға ҡушты.
– Беҙ, әлбиттә, был өлкәлә сәйәсәтте камиллаштырырға тейешбеҙ. Бының өсөн тармаҡ ойошмалары структураһын анализларға, уларҙы финанслау, кадрҙар менән тәьмин итеүҙе ҡарарға кәрәк, – тине Радий Фәрит улы. – Һәр муниципалитетта йәштәр ярҙам алырға, үҙҙәрен борсоған мәсьәләне аңлатыуҙы һорап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белеп торорға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.