Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2021, 16:30

Халыҡҡа ярҙам төрҙәре киңәйәсәк

Хәҙер ведомство менән йәмәғәт ойошмаһы килешеүгә ярашлы хеҙмәттәшлек итәсәк.

Халыҡҡа ярҙам төрҙәре киңәйәсәкХалыҡҡа ярҙам төрҙәре киңәйәсәк
Халыҡҡа ярҙам төрҙәре киңәйәсәк

Рәсәй Юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе илдә беренсе булып хеҙмәттәшлек итеү тураһында Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәте менән килешеү төҙөнө.

Суд приставтарының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе, эске хеҙмәт полковнигы Илнур Мәхмүтов һәм Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина ведомство менән йәмәғәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.

Был килешеү сиктәрендә улар мәғлүмәт, мәғрифәт эшмәкәрлеге, хоҡуҡ мәҙәниәтен үҫтереү, төбәк кешеләренең хоҡуҡи грамоталылығын үҫтереү тәңгәлендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Даими рәүештә граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйынса саралар үтәсәк. Яҡтар консультациялар, форумдар, семинарҙар, "түңәрәк өҫтәл"дәр, эшлекле осрашыуҙар төрөндә уртаҡ саралар үткәрергә планлаштыра.

Шуныһын да билдәләр кәрәк, Суд приставтары идаралығы Юристар ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙең яҡшы тәжрибәһен туплаған. Бөтә Рәсәй берҙәм бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көндәре сиктәрендә суд приставтары юристар менән берлектә граждандарға консультациялар бирә, уларҙың төрлө проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас