Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2021, 13:30

Йәмәғәт күҙәтеүселәре эшкә әҙер

17 сентябрҙән 19-на тиклем Башҡортостанда һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабының Call-үҙәге эшләй башлаясаҡ. Унда граждандар тауыш биреүгә бәйле һорауҙарын бирә аласаҡ.  

Йәмәғәт күҙәтеүселәре эшкә әҙерЙәмәғәт күҙәтеүселәре эшкә әҙер
Йәмәғәт күҙәтеүселәре эшкә әҙер

17 сентябрҙән 19-на тиклем Башҡортостанда һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабының Call-үҙәге эшләй башлаясаҡ. Унда граждандар тауыш биреүгә бәйле һорауҙарын бирә аласаҡ.  

17 сентябрҙә шылтыратыуҙар 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем, 18 сентябрҙә – 8-ҙән 20.00 сәғәткәсә һәм 19 сентябрҙә 8-ҙән 21.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. Яҙма мөрәжәғәттәр nabludatel102@mail.ru адресы буйынса электрон почта аша алынасаҡ.

Тауыш биреү буйынса һорауҙар тыуһа, һайлау участкаһында стандарт булмаған хәл тыуһа, тауыш биреү барышында закон боҙолһа, Сall-үҙәккә шылтыратырға йәки электрон почтаға хат яҙырға була.

Шылтыратыуҙар түләүһеҙ күп каналлы номерға ҡабул ителә: 8 (347) 280-89-90. Линияла 2021 йылдағы һайлауҙа күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзалары дежур итәсәк, шулай уҡ “Граждандар контроле” ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе юристары яуап бирәсәк.

Шулай уҡ тауыш биреү көндәрендә Йәмәғәт штабының мобиль төркөмдәре эшләйәсәк. Улар һайлау участкаларына йөрөйәсәк һәм ҡануниәт боҙолоу осраҡтары асыҡланһа йәки низағлы хәлдәр булһа, уларҙы хәл итәсәк.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында “Һайлау-2021” тип аталған махсус бүлек булдырылған, унда штабтың эше менән ентекләп танышырға була.

Быйыл һайлауҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы менән хеҙмәттәшлек итер өсөн 9-ҙан 13.00 сәғәткә тиклем һәм 14.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә ҡәҙәр эш көндәрендә (347) 218-17-74 телефонына шылтыратырға була. Йәмәғәт штабы етәксеһе – Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина.

6 сентябрҙә Йәмәғәт штабы йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн һуңғы семинар үткәргән. Унда 326 кеше ҡатнашҡан. Спикер булып Ольга Панчихина менән штаб ағзаһы Юлия Картешко торған.

Тәүҙәрәк, 6 апрелдән 3 июлгә тиклем Йәмәғәт палатаһы аппараты йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн 75 белем биреү семинары үткәргән, уларҙың 63-ө муниципалитеттарҙа булған. Был осорҙа бөтәһе 6856 кеше уҡыған.

6 сентябргә ҡарата республикала 6790 йәмәғәт күҙәтеүсеһе бар. Курстар арҡаһында улар һайлау процесын аңлай, күҙәтеүсе булараҡ үҙ хоҡуҡтарын белгән.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас