

Республикала “Хәбиров командаһы” тигән һүҙбәйләнеш бар. Бөгөн уның менән ойошторолған "тура бәйләнеш" ваҡытында Радий Хәбиров бының нимә аңлатыуын һәм унда кемдәрҙең инеүен әйтте.
Был туралағы һорауҙы Дәүләт Думаһы депутаты Рифат Шәйхетдинов бирҙе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ошо йәһәттән төрлө фекерҙәр йөрөгән. Мәҫәлән, кемдер был командаға Красногорский кешеләре генә инә тип иҫәпләгән.
– Мин - юғары кимәлдәге дәүләт хеҙмәткәре. Кемдер үҙебеҙҙеке, кемдер юҡ, кемделер беләм, кем менәндер дуҫлашам тигән аңлатмалар менән генә эш итә алмайым. Төп маҡсатым – етәксе вазифаһында үҙемдең бурыстарымды тормошҡа ашырыу, нимәлер булһа ла эшләгән кеше булараҡ халыҡ хәтерендә ҡалыу, – тине республика Башлығы.
Шулай уҡ ул "Хәбиров командаһында ниндәй кешеләрҙе көтәләр?" тигән һорауға ла яуап бирҙе.
“Яңы кеше менән эшләй башлаған саҡта минең бер дәғүәм дә юҡ. Асыҡмын, ҡайһы саҡта артыҡ ышанамдыр. Красногорскиҙа минең менән тырыш кешеләр эшләне, уларҙың бер өлөшө бында күсте. Башлыҡ Хакимиәтендәгеләрҙең 95 проценты Мортаза Рәхимов осоронда уҡ хеҙмәт иткән. Айырым кемдәргәлер бәйлелегем юҡ. Ҡыҙыҡһыныу бер – кем бергә алға барырға теләй, бергә эшләйбеҙ”, – тине республика Башлығы.