Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь , 23:30

Радий Хәбиров Моргенштернға ни өсөн рәхмәтле булыуын әйтте

"Уның ҡайһы бер ҡылыҡтарын бөтөнләй ҡабул итә алмайым. Әммә быны йәштәр сире тип иҫәпләйек..." - тине ул.

Радий Хәбиров Моргенштернға ни өсөн рәхмәтле булыуын әйтте

Бөгөнгө "тура бәйләнеш" ваҡытында Радий Хәбировҡа бик күп һорауҙар килде. Араларында сәйәсәткә һәм уның эшмәкәрлегенә ҡағылмағандары ла булды. Мәҫәлән, билдәле Рәсәй йырсыһы Моргенштернға ҡарашы тураһында һоранылар.

Билдәле булыуынса, йәштәр араһында бик популяр булған Алишер Моргенштерн - Өфө егете. Әйтеүенсә, Радий Фәрит улы уның йырҙарын тыңламай.

“Уның исеме тирәләй тауыш бик күп. Юҡ, минеке түгел, йәштәр темаһы ул. Тыңламайым. Моғайын, әлеге 14 йәшлек үҫмерҙәр ҙә мин яратҡан Юрий Антоновты тыңламайҙыр", – тине ул.

Шул уҡ ваҡытта Башлыҡ Моргенштерндың оҡшаған һәм оҡшамаған яҡтарын да әйтте.

– Беҙҙә йыш ҡына шундай һүҙҙәр йөрөй: насар йәшәйбеҙ, башҡалар яҡшыраҡ, уларҙың үләне йәшелерәк һәм башҡалар. Ә был кеше һәр ваҡыт баш ҡалабыҙ тураһында ихтирам менән һөйләй: мин Өфөнән, уны яратам, ти. Ошоноң өсөн уға рәхмәтлемен. Уны Өфөнөң амбассадоры тип әйтергә була, – тине республика етәксеһе. – Әммә уның ҡайһы бер ҡылыҡтарын бөтөнләй ҡабул итә алмайым. Быны йәштәр сире тип иҫәпләйек. Йәш саҡта күптәребеҙ төрлө ҡылыҡтар ҡылдыҡ, мин дә, бәлки, нимәлер эшләгәнмендер, тик уларҙы хәҙер ҡабатламаясаҡбыҙ.

Фото: ridus.ru

Автор:Альфия Мингалиева