

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа республика халҡы менән аралаша. Уға һорауҙарҙы кешеләр социаль селтәрҙәр аша ла, видеояҙмалар итеп тә ебәрә. Шулай уҡ студияла ултырған журналистар ҙа бирә. Журналист Светлана Вәлиева Радий Хәбировтан “байлыҡ” төшөнсәһе, уның яратҡан хакимиәт башлыҡтары тураһында һораны.
– “Байлыҡ”ҡа минең мөнәсәбәтем үҙгәрмәне. Ҡатыныма ла әйтем ҡуйҙым: һин мине көн һайын ситтән күрәһең, саҡ ҡына "шаша" башлауымды тойһаң, башыма һуҡ һәм хисемә килтер, тип, – тип көлдө республика етәксеһе. – Ә етди итеп әйткәндә, үҙем быны яратмайым.
Радий Хәбиров белдереүенсә, өс йыл эсендә етди кадрҙар эше башҡарылған. Хакимиәт башлыҡтарына даими рәүештә йөкләмәләр бирелә һәм уны үтәүҙәре ныҡлы күҙәтелә.
“Улар менән бик тығыҙ эшләргә кәрәк. Етди яңырыу кисерҙек. Мин тәү сиратта хакимиәт башлыҡтарының кеше булараҡ яҡшымы, түгелме икәнлеген ҡараным, ә һөнәри компетенцияларына түгел. Быны күрергә була. Рекомендацияларын ҡарайбыҙ, элекке эшен тикшерәбеҙ. Был - етди кадрҙар эше. Бөтә башлыҡтарға ла, иғтибарлы булығыҙ, тим. Минең эш шундай – йөкләмә биреү һәм контролдә тотоу. Ҡайһы бер башлыҡтар менән хушлаштыҡ”, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров хакимиәт етәкселәренең эшен ғәҙел һәм тыныс баһаларға тырыша.
– Яратҡан башлыҡтарым юҡ, ысын әйтәм. Һәр береһенә ихтирам менән, хеҙмәтен аңлап ҡарайым. Бөгөн барыһы ла башлыҡтың хәлен ала - киң матбуғат саралары ла, хоҡуҡ һаҡсылары ла. Ни өсөн ут янмай, ниңә ҡоролоҡ, ни сәбәптән уңыш үҫмәгән - һәммәһе өсөн дә яуап бирергә тейеш. Мин уларға ҡарата ғәҙел булырға тейешмен. Һәр саҡ баштарына һуғып тороу алымы һөҙөмтә бирмәй, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ул - ҡыҙыу кеше, ҡайһы саҡта хис-тойғоға бирелә. “Эш башлаған саҡта артыҡ ҡыҙыу инем. Әле үҙ өҫтөндә эшләйем, тынысыраҡ булырға тырышам. Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем”, – тине ул.
Фото: "Башинформ".