Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2021, 13:15

"Тура бәйләнеш" халыҡтың власҡа ышанысын күрһәтә

Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйнәп Собханғолова халыҡты етәксегә һорау бирергә саҡыра.

"Тура бәйләнеш" халыҡтың власҡа ышанысын күрһәтә"Тура бәйләнеш" халыҡтың власҡа ышанысын күрһәтә
"Тура бәйләнеш" халыҡтың власҡа ышанысын күрһәтә

Зәйнәп Собханғолова, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

– Ошондай "тура бәйләнеш"тәргә ҡарата ыңғай ҡараштамын. Әлбиттә, етәкселәргә халыҡ менән аралашыуҙар бик мөһим.

Беренсенән, кеше власҡа ышаныс булһа ғына һорау бирә. Икенсенән, халыҡта шул ышаныстың үтәлеүенә өмөт тыуа. Өсөнсөнән, матбуғат конференцияһында күтәрелгән һорауҙы хәл итеүгә нигеҙ һалына.

Ошондай асыҡ һөйләшеүҙәр уҙғарыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика тормошона битараф түгеллеген күрһәтә. Миңә уның кешегә асыҡ күңел менән сығыуы оҡшай һәм ул үҙе лә халыҡтан ошондай мөнәсәбәт теләйҙер, тип уйлайым.

Башлыҡ уҙғарған сараны файҙаланып, үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарҙы биреп ҡалырға кәрәк.

Фото Зәйнәп Собханғолованың ғаилә архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас