Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Сентябрь , 09:00

Башлыҡ өсөн уңайһыҙ һорауҙар булманы

Ҡулға алынған министрҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре тураһында Радий Хәбиров нимә тип әйтте? 

Башлыҡ өсөн уңайһыҙ һорауҙар булманы

Кисә кис Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән тура бәйләнеш үткәрҙе. Ул дүрт сәғәттән ашыу кешеләрҙән социаль селтәрҙәргә килгән һәм видеоһорауҙарға, шулай уҡ студияла йыйылған журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Тура бәйләнештә тыйылған темалар булманы. Һорауҙар араһында уңайһыҙ сәйәсиләре лә бар ине. Мәҫәлән, унан ике министрға ҡаршы ҡуҙғатылған енәйәт эштәренә ҡарашы тураһында һоранылар. Бында һүҙ вице-премьер – торлаҡ коммуналь хужалыҡ минисры Борис Беляев менән Төҙөлөш министры Рәмзил Күсәбаев тураһында бара.

– Власть органдары вәкилдәренә ҡаршы ҡуҙғатылған енәйәт эштәре кадр ҡарары өсөн нигеҙ була алмай. Тәү сиратта, мин енәйәт эшенә ҡарайым. Ҡайҙалыр енәйәт составы миңә аңлашылып бөтмәй. Тик бер нәмә мөһим: хоҡуҡ һаҡсылары үҙ эшен башҡара. Улар эште судҡа тиклем еткерергә тейеш һәм суд ҡарар ҡабул итә. Суд был кешене ғәйепле тигән ҡарар сығарһа, мин уның менән хушлашам. Ә ҡарар булғансы, ул минең өсөн шундай уҡ идара итеү командаһы ағзаһы булып ҡала, – тине ул.

Радий Хәбиров фекере буйынса, бындай енәйәт эштәренең күп булыуы һәр ваҡыт юғары коррупция кимәле тураһында һөйләмәй. Был шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күрһәтә.

– Әйҙәгеҙ, суд ҡарарын көтәйек, ул үҙ көсөнә ингәс, нимә эшләргә хәл итербеҙ, – тине Башлыҡ.

Йәнә бер һорау хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенә ҡағылды. “Эхо Москвы в Уфе” радиостанцияһының шеф-редакторы Руслан Вәлиев Илмира Бикбаева менән Рәмилә Сәйетованың яҙмыштары тураһында һораны. Журналист белдереүенсә, пенсионер ҡатын Илмира Бикбаева төрмәлә ултырған сәйәсмән Айрат Дилмөхәмәтовтың әсәһенә аҡса биргән өсөн шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм ителгән. Шулай уҡ экстремизмға саҡырған һүҙҙәре өсөн әүҙемсе Рәмилә Сәйетова йылға яҡын Тәфтиш изоляторында ултыра. Йәмәғәтселек уны өйҙәге арестҡа күсереүҙе һораһа ла, быға ҡолаҡ һалмайҙар. “Беҙҙең республикала хоҡуҡ һаҡлау системаһы саралары бигерәк ҡаты тип уйламайһығыҙмы”? – тип һораны ул.

Радий Хәбиров белдереүенсә, уның ошондай мәсьәләләр буйынса фекер йөрөтөү өсөн законы вәкәләттәре бар.

– Рәмилә Сәйетова буйынса шуны әйтәм: уның башын эйеп китеп барған кадрҙарҙы күрҙем. Дөрөҫөн әйтәм, кеше, ҡатын-ҡыҙ булараҡ ул миңә йәл. Икенсе ҡатын Бикбаеваны ла йәлләйем. Ир кеше булараҡ миңә ҡатын-ҡыҙҙы наручникта һаҡсылар алып китеп барыуын ҡарауы ауыр. Мин һәр ваҡыт рәхимлелек яҡлы, әммә ҡайһы бер саҡта һүҙҙәр етди эҙемтәләргә килтерә һәм уларҙың аҙағы бик ҡурҡыныс булыуы ихтимал. Минең һүҙҙәрем процессуль ҡарарға йоғонто яһауын теләмәйем, әммә беҙ бик асыуландырған һүҙҙәр һәм эштәр шаһиты булдыҡ. Асыуландырыу ғына түгел, улар ҡануниәт талаптарына ҡаршы барҙы. Минеңсә үҙеңдең һүҙҙәрең өсөн яуап бирергә кәрәк. Айырыуса, улар мөһим ҡиммәттәргә ҡағылһа, – тине Радий Хәбиров.

Башлыҡ фекеренсә, судтың язаны гуманлы итеү өсөн төрлө юридик ысулдары бар – был ҡануниәттең принцибы.

– Бикбаеваға килгәндә, хәл тураһында интернеттағы постарҙан уҡып белдем. Бында енәйәт составы экстремизмға бәйле тип аңлайым. Мин Дилмөхәмәтов тураһында әйтәйем. Бында  үҙемдең ҡарашымды бер ҡасан да йәшермәнем. Барыһын да һөйләп тормайым, ул кеше әле ауыр тормош хәлендә ҡалған. Мин уның эшмәкәрлеген электән беләм. Әгәр һин шундай юл һайлағанһың һәм закон боҙғанһың икән, һәр ваҡыт дәүләттән яуап алырға әҙер булырға тейешһең. Был бөтәһенә лә дәрес булһын – закон боҙорға һәм мөһим ҡиммәттәргә үрелергә ярамай, – тине ул.

 

Автор:Альфия Мингалиева