Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Сентябрь , 15:30

Фекер алышыу барыбыҙ өсөн дә файҙалы

Мине бигерәк тә  ошо конкурста  үҙебеҙҙең  Дүртөйлө районының ҡатнашыуы һөйөндөрҙө.  

Фекер алышыу барыбыҙ өсөн дә файҙалы

Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге гимназияһы директоры урынбаҫары Зөһрә Әхмәтова:

– Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың журналистар, йәмәғәтселәр, блогерҙар менән осрашыуы, тура эфирҙа көнүҙәк һорауҙарға яуап биреүе ҙур әһәмиәткә эйә сара булды. "Тура бәйләнеш" йәнле барҙы. Ике йылға яҡын пандемия шарттарында көн күреү тормошобоҙҙо ҡатмарландырһа ла, алға ҡарап йәшәмәү, матур пландар ҡормау, ҡатмарлы проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшмәү мөмкин түгел бит. Эйе, хәл итәһе мәсьәләләр ифрат күп, шатландырғандары ла бар, мине айырыуса мәғариф өлкәһенә ҡағылғандары ҡыҙыҡһындырҙы.

Һуңғы йылдарҙа республикала йәш быуынды тәрбиәләү, уҡыусыларҙың туҡланыуын яҡшыртыу, сәләмәтлеген хәстәрләү, һәләтле балаларға яңы мөмкинлектәр булдырыу буйынса ҙур эштәр башҡарылыуын күрәбеҙ. Бына ошо көндәрҙә генә Башҡортостан Башлығы республика биләмәһендә уҡыусыларҙың башланғыстарына нигеҙләнгән проекттарҙы бюджеттан тәьмин итеүҙе тормошҡа ашырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 2021 - 2024 йылдарҙа урындағы бюджеттар республика ҡаҙнаһынан проекттарҙы яҡлау өсөн субсидиялар аласаҡ. Мине бигерәк тә ошо конкурста үҙебеҙҙең Дүртөйлө районының ҡатнашыуы һөйөндөрҙө. Тимәк, уҡыусыларҙы ғына түгел, уҡытыусыларҙы ла ҡыҙыҡлы, фәһемле, мауыҡтырғыс эштәр көтә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова