Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь , 23:40

Башҡортостан халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнашыр тип көтөлә

"Быйыл да юғары күрһәткескә өлгәшербеҙ тип ышанам".

Башҡортостан халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнашыр тип көтөлә

17, 18 һәм 19 сентябрҙә уҙасаҡ Дәүләт Думаһына һайлауҙа Башҡортостан һайлаусыларының һәр икенсеһе ҡатнашырға ҡарар иткән – Гуманитар технологиялар үҙәге үткәргән социологик һорау алыу шуны күрһәткән.

Шул уҡ ваҡытта тауыш биреүселәрҙең 21 проценты үҙҙәренең планы менән уртаҡлашмаған, әммә өс көн тауыш биреү уларҙың ҡарарына йоғонто яһаясаҡ тип көтөлә, сөнки был көндәрҙә дәртләндереүсе сауҙа-йәрминкә акциялары буласаҡ, ә ҡайһы бер предприятие етәкселәре тауыш биргәндәргә ҡыҫҡа эш көнө тәҡдим итә. Был иһә тауыш биреүселәр һанын 70 проценттан ашыуыраҡ итер тип көтөлә.

Һайлаусылар тауышы, ғәҙәттәгесә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы файҙаһына булыр, тиҙәр. Гуманитар технологиялар үҙәге социологтарының фаразы буйынса, һорау алыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең әле үк яртыһынан күбеһе 2020 йылда пандемияның беренсе тулҡынында йөҙәрләгән кешегә ярҙамға килгән Хәбиров командаһын һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһын яҡлай.  

“Тауыш бирергә килгәндәр күп буласаҡ. Күрһәткестәр һәр ваҡыт власть партияһы өсөн булмаһа ла, дөйөм алғанда, “Берҙәм Рәсәй” социологияһы насарҙан түгел”, – тине Радий Хәбиров 8 сентябрҙә уҙған “тура бәйләнеш”тә.

“Хәбиров командаһы”нан кандидаттар республика Башлығы менән осрашыуҙа һайлаусылар файҙаһына миллиард һум менән иҫәпләнгән ярҙам килтерергә тигән йөкләмә алды.

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһында Павел Качкаевтың, Эльвира Айытҡолованың, Рафаэль Мәрҙәншиндың, Динар Ғилметдиновтың, Зариф Байғусҡаровтың, Рифат Шәйхетдиновтың һөҙөмтәле эшләүенә өмөт итә.

"Былтырғы өс көнлөк һайлау тәжрибәһе илдә һайлау участкаларына барғандар һанын арттырҙы. Тағы ла бер мөһим мәл – башҡарма власть етәкселәренең рейтингы. Әлбиттә, был партияның рейтингына ла ыңғай йоғонто яһай", – тине политолог Владимир Савичев.

30 августан 1 сентябргә тиклем телефон аша ВЦИОМ уҙғарған Бөтә Рәсәй репрезентатив һорау алыуҙың һөҙөмтәһе менән танышҡан Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов та ошондай фекерҙә. “Электораль традицияларға һәм юғары дициплинаға бәйле, дөйөм Рәсәйҙәге менән сағыштырғанда, Башҡортостанда һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны күберәк. Федераль һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, власть партияһы алда буласаҡ. КПРФ үҙенең ғәҙәти стандарттарынан сыҡмаясаҡ, тип уйлайым. “Ғәҙел Рәсәй” аңлайышһыҙ компанияһына һәм уңышһыҙ ребрендингына бәйле үҙенең урынын һиҙерлерлек юғалтасаҡ”, – тине Данияр Абдрахманов.

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре кандидаты Азат Йәнгиров, граждандарҙың сифатлы үҙгәрештәргә ынтылыуы һайлауҙа ҡатнашыуҙы яҡшыртасаҡ, тип иҫәпләй.

"Башҡа төбәктәрҙән айырмалы, Башҡортостанда ауылда йәшәгәндәр күп. Ғәҙәттәгесә, ундағы халыҡ ҡала кешеләренә ҡарағанда тауыш биреүҙә әүҙемерәк ҡатнаша. Ошоға бәйле беҙҙең төбәк юғары күрһәткестәр бирә. Был йәһәттән һәр саҡ айырылып торҙоҡ. Быйыл да юғары күрһәткескә өлгәшербеҙ тип ышанам", –  тине Азат Йәнгиров.

Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең социологик һорау алыуҙары күрһәтеүенсә, сәйәси аренала алда “Берҙәм Рәсәй” бара (50 проценттан ашыу), унан – КПРФ (14 процент), ЛДПР – (7,7 процент). Үҙәк директоры Марат Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, был һандар алдағыларҙан әллә ни айырылмай. Репрезентатив һайлау алыуҙа 1520 респондент ҡатнаша, статистик тайпылыуҙар өс процент тәшкил иткән.

Дәүләт Думаһына бынан алдағы һайлауҙа Башҡортостан һайлаусыларының 70 проценты ҡатнашҡан.

Фото: "Берҙәм Рәсәй".

Автор:Рәмилә Мусина