Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь , 09:19

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡы менән аралашты

Республика етәксеһе дүрт сәғәт буйы һорауҙарға яуап бирҙе.

Шаршамбы кис Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ менән “тура бәйләнеш” ойошторҙо. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдары һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрендә тура эфирҙа күрһәттеләр. Социаль селтәрҙәрҙә һәм видеояҙмалар рәүешендә алдан ебәрелгән һорауҙарға тура эфир барышында яңғырағандары ла өҫтәлде.   Шулай уҡ сарала журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, билдәле спортсылар, сәйәсмәндәр ҡатнашты.

Башлыҡтың халыҡ менән осрашыуы беренсе тапҡыр яңы урында – былтыр ноябрҙә асылған Республикаға идара итеү үҙәгендә үтте. Был берҙәм платформала төбәк йәшәйешенең бар мөһим өлкәләре тупланған. Система дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарында идара итеү сифатын күтәреүгә ярҙам итә, халыҡтың мөрәжәғәттәрен, ялыуҙарын ваҡытында ҡарау мөмкинлеген бирә.

Радий Хәбиров тура эфирҙа дүрт сәғәттән ашыу аралашты. Һорауҙарҙың даирәһе бик киң ине: сәйәсәт менән иҡтисадтан, һаулыҡ һаҡлау менән ауыл хужалығынан башлап, төҙөкләндереү һәм спортҡа, шәхси тормошҡа тиклем барып етте. Төбәк етәксеһе бар һорауҙарға ла ентекле яуап бирҙе, республиканы, уның һәр тармағын, кешеләрен яҡшы белеүен дәлилләне.

Коронавирус тураһында

 

Тәүге һорауҙар, аңлашылыуынса, коро­навирусҡа, битлек кейеүгә, вакцинацияға бәйле булды.

– Йыл ярым ауыр пандемия шарттарын­да йәшәйбеҙ. Кешеләр ныҡ арыны. Проблеманы хәл итеүҙең берҙән-бер юлы – вакцинация, – тине Радий Хәбиров.

Бәйләнешкә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йоғошло ауырыуҙар үҙәге табибы Ленара Шәрифуллина сыҡты. Уның белдереүенсә, реанимацияла ятҡандар һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғандар араһында вакцина яһатҡан кешеләр юҡ. Әммә сирлеләр дауаханала күп, коридорҙа ятҡандар ҙа бар. Шуға күрә үҙебеҙҙе һаҡларға һәм вакцина яһатырға кәрәк.

Радий Хәбировтан, ни өсөн пандемия ваҡытында республикала ҙур саралар үткәрелде, тип һоранылар. Ысынлап та, һуңғы айҙарҙа Көрәш буйынса донъя чемпионаты, “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалы, Фольклориада уҙҙы.

– Беҙҙә һуңғы арала өс ҙур сара үтте. Һәр сара уйланылған, һәр береһенең файҙаһы ҙур, улар араһында беҙҙең республика тураһында һөйләнеләр, ишет­теләр. Фольклориадаға, мәҫәлән, 37 илдән ҡунаҡтар килде, дуҫлыҡ байрамы ойошторолдо. Көрәш буйынса чемпионатта 55 илдән ҡатнаштылар, уны меңдәрсә малай ҡараны, был – спорт үҫешенә ҙур ҡеүәт. “World Skills” – һөнәри белем биреү өсөн баһалап бөткөһөҙ этәргес. Сараларҙы үткәргән саҡта барлыҡ санитар талаптар теүәл үтәлде, – тине Радий Хәбиров.

 

Ауыл хужалығы тураһында

 

“Тура бәйләнеш” ваҡытында ауыл хужалығына бәйле һорауҙар башлыса быйылғы ҡоролоҡ һәм зыян күргән төбәктәргә ярҙам мәсьәләһенә ҡағылды.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, ҡоролоҡтан иң ҙур зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары ярҙам аласаҡ.

– Кешеләр һәм фермерҙар малдарын һуя башлар һәм мал башы кәмер тип хафаланабыҙ. Беҙ уларҙы хатта һатып алырға һәм ҙур хужалыҡтарға бирергә әҙербеҙ. Шәхси хужалыҡтар һатып алған мал аҙығы сығымдарының 50 процентын республика бюджетынан субсидиялая­саҡбыҙ. Орлоҡ һатып алыу сығымдары ла яртылаш ҡапланасаҡ. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы әйтеүенсә, быйыл йыйған уңыштары хатта орлоҡ өсөн дә етмәйәсәк. Был дүрт райондың аграрийҙарына ярҙам рәүешендә республика ҡаҙнаһынан 75 миллион һум аҡса бүленәсәк, – тине Башҡортостан Башлығы.

Уның фекере буйынса, бөгөн фермерҙар әүҙем рәүештә яңы ауыл хужалығы техникаһын һатып алырға тейеш. Хөкүмәттең ауыл хужалығы эшсәндәре алдында былтырғы йылдағы техника һатып алғанға 400 миллион һум самаһы бурысы менән мотлаҡ иҫәпләшәсәктәр.

 

Туризм тураһында

 

Өфөнән Максим Капралов: “Башҡорт­останға йыл һайын донъяның төрлө мөйөштәренән меңәрләгән турист килә. Киләсәктә был өлкә нисек үҫешәсәк?” – тигән һорау бирҙе.

– Беҙ ошоға тиклем тармаҡ инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән байтаҡ эш алып барҙыҡ. Әммә әлегә үҙебеҙҙе тейешенсә танытыу, социаль селтәрҙәрҙә эшләү йәһәтенән ниндәйҙер кимәлдә артта ҡалабыҙ. Миңә республика буйлап күп йөрөргә тура килә. Оҙайлы юлда ҡайҙалыр туҡтарға ихтыяж тыуа. Ҡайһы саҡта бер сәғәт, сәғәт ярым бараһың, ә туҡтап ҡул йыуырлыҡ та урын табып булмай. Шуға күрә эштең бер йүнәлеше – юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереү. Киләһе бер-ике йылда был йәһәттән үҙгәрештәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәсәкбеҙ тип ышандыра алам: яҡшы тороштағы бәҙрәфтәр, кафелар, яғыулыҡ станциялары, кемпингтар барлыҡҡа киләсәк. Әлеге ваҡытта беҙҙә ошо йүнәлештә булдырылған шарттарҙы ишетеп, “Инвестсәғәт”кә юл буйы сервисын үҫтереүгә өлөш индерергә теләгән эшҡыуарҙар, хатта сит төбәктәр йүнселдәре мөрәжәғәт итә. Был йәһәттән үҫеш бар: кемдер ер ала, кемдер проект төҙөй, өсөнсөләр төҙөлөш эштәрен тамамлай, – тип яуапланы Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ республика биләмәһендә юл буйына ҡуйылған туристик алтаҡталар тураһында ла әйтте:

– Бынан ике-ике йыл ярым элек беҙҙә бер генә туристик күрһәткес тә юҡ ине. Хәҙер улар үҙҙәре үк бында туризм йәһәтенән ҡыҙыҡлы урындар, тарихи объекттар барлығы хаҡында һөйләп тора. Әлегә меңдән ашыу билдә ҡуйылды. Был – башҡарылған эштәрҙең берәүһе генә.

Республика етәксеһе һуңғы ике йылда туристар ағымының һиҙелерлек артыуы үрҙәге эштәр һөҙөмтәһендә өлгәшелде тип һанамай. Сит илдәргә сығыу тыйылғандан шулай. Туроператорҙарға ла, Туризм буйынса дәүләт комитетына ла бының менән файҙаланып ҡалырға, килгән кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырырға тәҡдим ителде.

– Нисек кенә булмаһын, эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. “Янғантау” геопаркы юҡҡа барлыҡҡа килмәне, әлеге ваҡытта ЮНЕСКО”-ға “Торатау” паркының документтарын әҙерләйбеҙ. Был эштәр ошо урындарға, йәғни беҙгә кешеләр килһен өсөн башҡарыла, – тип билдәләне республика Башлығы.

 

Спорт тураһында

 

Сарала ҡатнашыусылар араһында “Салауат Юлаев” хоккей командаһы капитаны Григорий Панин да бар ине.

Ул белдереүенсә, Өфөлә һырғалаҡтар етмәй, ҙур ҡалала – ни бары дүрт-биш объект. Спортсы, Өфөлә балалар хоккейын үҫтереү өсөн өҫтәмә һырғалаҡтар йәки боҙ ареналары төҙөлөрмө, тип һораны.

– Өфөнөң тарихи үҙәгендә һырғалаҡ яһар өсөн урын юҡ. Уның ҡайҙа урынлашыры хаҡында уйлайбыҙ. 250-300 миллион һумлыҡ ике майҙансыҡ төҙөргә йыйынабыҙ. 2024 йылға тиклем Өфөлә балалар күнекмә үткәрһен өсөн ике һырғалаҡ төҙөлөр тип уйлайым, – тине төбәк Башлығы.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, республика ҙур, тимәк, бындай объекттар башҡа ҡалаларҙа ла кәрәк. Әле Ишембайҙа асылды, киләһе йыл Октябрьский ҡалаһында буласаҡ. Баймаҡта проектлау эштәре бара, уны тамамлағас, Мәсәғүттә башланасаҡ.

Осрашыуға тағы бер билдәле спорт­сыбыҙ – Олимпия уйындары призеры, Башҡорт­остандың биатлон һәм тау саңғыһы федерацияһы рәйесе Максим Чудов килгәйне. Ул спорт яратҡан Башлыҡҡа үҙен биатлон һәм тау саңғыһында һынап ҡарарға тәҡдим итте.

Радий Фәрит улы фекеренсә, әгәр һаулыҡ бар икән, һәр саҡ яңы шөғөлдәр үҙләштерергә кәрәк.

– Әгәр һеҙ саңғыға баҫһағыҙ, “Рәсәй саңғыһы”нда бик күп кеше ҡатнашасаҡ, – тине Максим Чудов. – Ул саҡта район хакимиәттәре башлыҡтары ла үҙҙәрендә был спорт төрөн үҫтереүгә ыңғай ҡараясаҡ. Беҙ иһә республикала яңы чемпиондар үҫтереү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.

Транспорт тураһында

 

Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙең байтаҡ өлөшө транспорт мәсьәләһенә, айырыуса Өфөләге йәмәғәт транспортына ҡағылды. Кемдер пассажир ташыуҙы ойоштороуға зар­лана, икенселәр маршруттар етмәй, ти, ҡайһы берәүҙәр “шәхси эшҡыуарҙар “Алға” картаһы менән иҫәпләшмәй” тип дәғүә белдерә.

– Мин инде өсөнсө йыл был мәсьәлә менән шөғөлләнәм. Тәүҙә “Башавтотранс” менән проблеманы хәл итергә кәрәк ине. Беҙ уларҙың эшен көйләнек, яңы автобустар алдыҡ, штатты киңәйттек. Предприятие эшләһен өсөн шарттар булдырабыҙ, тик бер ташыусы менән генә бар республикала эште тәьмин итеү мөмкин түгел. Шуға күрә шәхси ташыусылар араһында теләктәштәр эҙләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

“Алға” картаһына килгәндә, уны камиллаштырыу буйынса ла эштәр дауам итә. Йыл аҙағына тиклем Өфө урамдарында “ПАЗик”тарға юл ябыласаҡ. Улар ҡала һәм райондарҙа ғына ҡаласаҡ. 

 

Салауат Юлаев һәйкәле һәм онотолған исемдәр тураһында

 

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре Зөһрә Бураҡаева Башлыҡҡа Салауат Юлаев һәйкәле яҙмышы тураһында һорау бирҙе.

– Кешеләр батырыбыҙҙың һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһенә бәйле борсолоу белдерә. Ремонттан һуң ул кире ҡуйылырмы, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй. Икенсенән, һеҙгә тарихи шәхестәрҙең исемен халыҡҡа ҡайтарыу йәһәтенән эш алып барғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Айырыуса Миңлеғәле Шайморатов өсөн. Уға Герой исемен биреү өсөн күпме ҡултамға йыйҙыҡ! Ниһайәт, был бурыс атҡарылды. Оҙаҡламай уға Совет майҙанында һәйкәл дә ҡуйыласаҡ, – тине ул.

– Салауат Юлаев һәйкәле буйынса Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков айырым брифинг үткәрер тип уйлайым. Һәйкәл 1967 йылдан тора, әммә бер тапҡыр ҙа техник хеҙмәтләндереү үтмәне. Санкт-Петербургтан махсус белгес саҡыртып, ныҡлап тикшерттек. Һығымта шундай: тиҙ арала ремонтларға кәрәк. Был эште тиҙ арала атҡармаһаҡ, һәйкәлде юғалтасаҡбыҙ. Аңлағыҙ, алмайынса ремонтлап булмай, уның ауырлығы ғына 40 тонна. Шундай идея бар: әгәр техник яҡтан мөмкин икән, шул уҡ майҙанда быяла павильон ҡуйып, ремонт эшен башлайбыҙ. Тимәк, кешеләр эш барышын күрәсәк. Әгәр инде белгестәр, улай ярамай, һәйкәлде махсус цехҡа алып китергә кәрәк, тиһә, улар менән ризалашырға тура килер, – тип яуапланы Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Өфөлә Онотолған исемдәр музейы барлыҡҡа килеүе ихтимал.

– Яңыраҡ Альбанов исемендәге музей астыҡ. Икенсеһе Шаляпин музейы буласаҡ. Кәрим Хәкимов – бөйөк дипломат, Сәғүд Ғәрәбстаны короленең дуҫы. Әммә яҡташыбыҙ тураһында күптәр белмәй. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт хәрәкәте лидеры, Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Муллайән Халиҡовтың шәхесен бөтә яҡлап өйрәнергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.

– Халыҡ хәтерендә Шайморатов образы ныҡлы урын алған. Тик беҙҙә башҡалар ҙа бар, Таһир Кусимов, мәҫәлән. Уларҙы ла хәтерләһендәр һәм хөрмәтләһендәр өсөн тырышасаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

 

Парктар тураһында

 

Радий Хәбировҡа йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекттары тураһында һорау бирҙеләр. Билдәле булыуынса, төбәк етәксеһе был темаға ҙур иғтибар бүлә, кешеләр уңайлы мөхиттә йәшәһен өсөн бар көсөн һала.

Башҡортостанда төҙөкләндереү менән Ҡалаларҙы үҫтереү институты һәм уның етәксеһе Ольга Сарапулова шөғөлләнә. Хәҙер республика был проектты тормошҡа ашырыуға аҡса йәлеп итеү буйынса илдә тәүге урындарҙы биләй.

Башҡортостанда заманса йәмәғәт урындары барлыҡҡа килә башланы. Уларҙы тормошҡа ашырыуға ижади ҡараш артты. Мин әле Бәләбәй өсөн ҡыуанам, уларҙың “Шишмәләр” паркы бик матур. Биләмәләр артабан да төҙөкләндереләсәк, үҫеш буласаҡ, тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе был теманы даими иғтибарҙа тотоуын әйтте. Әле ул Өфө парктары мәсьәләһе менән етди шөғөлләнә. Ҡайһыларын тәү сиратта төҙөкләндереү буйынса халыҡ фекерен иҫәпкә алыу эше бара. Өфөлә Ағиҙел яры буйы ла яңы һулыш көтә.

 

Тәбиғәт янғындары тураһында

 

Радий Хәбировтың тура эфирҙа халыҡ менән аралашыуы барышында бик һәйбәт яңылыҡ билдәле булды – Башҡортостанда һуңғы тәбиғәт янғыны һүндерелгән.

Билдәле булыуынса, Баймаҡ районында Ишмөхәмәт ауылынан ете километр алыҫлыҡта 620 гектар майҙанда урман яна ине. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, 8 сентябрҙә 20.35 сәғәттә ут һүндерелгән.

– Төп эш бөттө. Әгәр быны башҡар­маһаҡ, беҙҙә 50 мең гектар урман юҡҡа сыҡҡан булыр ине. Янғын һүндереүселәргә һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашҡан һәр кешегә ҙур рәхмәт, – тине республика етәксеһе.

 

Владимир Путин тураһында

 

“Тура бәйләнеш” ваҡытында Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров, “Московский комсомолец” баҫмаһы баш мөхәррире һорауына яуап биреп, Владимир Путин менән мөнәсәбәттәре тураһында һөйләне.

– Миңә Рәсәй Президенты менән аралашыуы еңел, уның эшлекле осрашыу барышында әйткән тәҡдимдәребеҙҙе яҡлауы ҡыуаныслы һәм бик мөһим, – тине ул.

Билдәле булыуынса, Владимир Путин 6 августа Башҡортостандың Әбйәлил районына килеп, “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү заводын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашҡайны. Шул уҡ көндә улар республика Башлығы менән осрашыу үткәрҙе. Унда Евразия ғилми-белем биреү үҙәген асыу, студенттар кампусын төҙөү һәм карбон полигондарын булдырыу тураһында ла һүҙ булғайны.

– Президенттың республикаға һәйбәт мөнәсәбәте – тәү сиратта Башҡортостан халҡына яҡшы ҡараш. Уның төбәгебеҙгә завод асырға килеүе лә ошо турала һөйләй. Бөтә донъя шаулап, санкциялар менән ҡурҡытҡан саҡта Австрия бизнесы беҙгә һигеҙ миллиард һум аҡса һалды, тағы 15 миллиард йәлеп итергә йыйынабыҙ. Пандемия осоронда йыйылған барлыҡ мәсьәләләрҙе осрашыу ваҡытында тикшерҙек. Ошо һөйләшеүҙән һуң ике-өс аҙна ла үтмәне, студенттар кампусы төҙөү буйынса ыңғай ҡарар алдыҡ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы “Тура бәй­ләнеш” мәлендә йәнә идара итеү командаһы, үҙ-ара хеҙмәттәшлек, коррупция һәм хоҡуҡ боҙоусылар, шәхси тормош тураһында ла күп кенә һорауҙарға яуап бирҙе.

 

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

 

“Үҙен ышаныслы тотоуы, төплө яуаптары оҡшаны”

 Әлфис ҒАЯЗОВ, ғалим, педагогика фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы:

– Мин тәү сиратта республика Башлы­ғының киң даирәле белемен, төрлө өлкәләрҙең эшмәкәрлеге, уларға ҡағылышлы проблемалар хаҡында ныҡлы хәбәрҙар булыуын айырып билдәләр инем. Төрлө тармаҡтарға – юл­дар торошо, ауыл хужалығы, төҙөлөш, йылытыу миҙгеле һәм башҡаларға ҡағылышлы һорауҙар бер-бер артлы яңғырап ҡына торҙо. Республика Башлығы уларҙың һәр береһенә тулы яуап бирҙе, һәммәһенә ҡарата төплө фекере барлығын күрһәтте.

Ғәҙәттә, бындай “тура бәйләнеш”тәрҙә иң ауыр һорауҙар бирелә. Уларҙың күптәре – дәүләт өсөн ваҡ мәсьәлә, ә кешеләр өсөн мөһим. Һәм, минең уйлауымса, береһе лә Башлыҡтың, етәкселектең иғтибарынан ситтә ҡалмаясаҡ.

Ҡайһы бер һорауҙар тиҫтәләрсә йылдар буйы хәл ителмәгән проблемаларға ҡағылды. Башҡа берәү булһа, “был мәсьәлә миңә тиклем үк бар ине” тип аҡланыр, башҡаларға япһарыр ине, ә Радий Фәрит улы проблемаларҙы танып, хәл итеүҙе мотлаҡ яйға һаласаҡбыҙ, – тип ышаныслы яуап бирҙе.

Ғөмүмән, миңә республика Башлығының үҙен ышаныслы тотоуы, төплө яуаптары оҡшаны, был күңелдә өмөт, төбәктең үҫешенә, халыҡтың яҡшы тормошона ышаныс уятты.

 

“Онотолған исемдәрҙе ҡайтарыу мөһим”

 Булат ЙОСОПОВ, кинорежиссер, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы:

– Республика Башлығы Радий Хәбировтың онотолған исемдәрҙе кире ҡайтарыу ниәте ваҡытлы һәм дөрөҫ, тип иҫәпләйем. Беҙҙә Башҡортостанға, уның күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итеү өлгөләре булырға тейеш. Был юҫыҡта генерал Шайморатов, Таһир Кусимов, Муллайән Халиҡов, Кәрим Хәкимов һәм башҡаларҙың миҫалы ифрат мөһим.

 Ошо маҡсаттарҙан сығып фильмдар төшөрөлә, спектаклдәр ҡуйыла. Мәҙәниәт һәм сәнғәт аңлы, яуаплы граждандар тәрбиәләүҙең иң һөҙөмтәле ысулдары булып тора. Республика Башлығының тарих менән мәҙәниәт араһындағы тәрән бәйләнештең мөһимлеген билдәләгәне ҡыуандыра.

“Тура бәйләнеш” халыҡтың власҡа ышанысын күрһәтә

 Зәйнәп СОБХАНҒОЛОВА, Рәсәй Феде­рацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

– Ошондай “тура бәйләнеш”тәргә ҡарата ыңғай ҡараштамын. Әлбиттә, етәкселәргә халыҡ менән аралашыу бик мөһим.

Беренсенән, кеше власҡа ышаныс булһа ғына һорау бирә. Икенсенән, халыҡта шул ышаныстың үтәлеренә өмөт тыуа. Өсөнсөнән, асыҡтан-асыҡ күтәрелгән һорауҙы хәл итеүгә нигеҙ һалына.

Ошондай һөйләшеүҙәр уҙғарыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика тормошона битараф түгеллеген күрһәтә. Миңә уның халыҡҡа асыҡ күңел менән мөрәжәғәт итеүе оҡшай, һәм ул үҙе лә кешеләрҙән ошондай мөнәсәбәт көтәлер, тип уйлайым.

 

“Барыһының да иҫтәлеген мәңгеләштереү ул”

 Данир ҒӘЙНУЛЛИН, БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге дирек­торы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы:

– Салауат Юлаев һәйкәле – Башҡорт­остандың һәм башҡорт халҡының символы, ғорурлығыбыҙ. Ул, мәҙәни ҡомартҡы объекты булараҡ,  дәүләт һағында.

Салауат Юлаев һәйкәленә тарихи-мәҙәни экспертиза, ысынлап та, үткәрелгән һәм, һис шикһеҙ, реставрация талап ителә. Радий Фәрит улы был һорауға тулы һәм дөрөҫ яуап бирҙе. Мин үҙем дә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы тарафынан  билдәләнгән вәкәләтле эксперт, шуға күрә был эшкә профессиональ күҙлектән баһа бирә алам.  Һәйкәлгә реставрация барышына һәр йәһәттән ҙур иғтибар бүленәсәк һәм эш контролдә тотоласаҡ.

Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме биреү проблемаһын Башҡортостан йәмәғәтселеге күп йылдар дауамында күтәрә килде. Радий Фәрит улы Хәбировҡа был исемде юллауға һалған тырышлығы өсөн ҙур рәхмәт. Шаймо­ратовҡа Герой исеме биреү һәм уға Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыу – беҙҙең яуҙа һәләк булған,  илебеҙҙе һаҡлаған барлыҡ ҡаһарман­дарға,  Башҡорт кавалерия дивизияһы сафтарында алышҡан  олатайҙарыбыҙға мәңгелек һәйкәл, улар­ҙың  батырлығын мәңгеләштереү ул.

Минең бер нисә бабайым – Башкавдивизия яугире,  һуғышта һәләк булғандар. Һәйкәл уларға ла ҙур хөрмәт һәм ихтирам билдәһе буласаҡ. Ундай кешеләр һәр  ауылда, ҡасабала бар.

 

“Һөҙөмтәһе булырына иманым камил”

 Гөлназ ҒӘБИТОВА, хаҡлы ялдағы уҡы­тыусы, әүҙем йәмәғәтсе:

– Радий Фәрит улының халыҡ менән “тура бәйләнеш”кә сығыуы бик кәрәкле, файҙалы ғәмәл, тип иҫәпләйем. Был эфирҙың һөҙөмтәләре булырына ла иманым камил.

Үткән йылғы ошо сараны ла иғтибарлап ҡарағайным. Халыҡ етәксегә үҙен ныҡ борсоған һорауҙарҙы бирә, ярҙамға өмөт итә. Һәм кешеләрҙең бер мөрәжәғәте лә иғтибарһыҙ ҡалмай, һөҙөмтәһе була – шуныһы ҡыуаныслы.

Республикабыҙ етәксеһенең тура эфир үткәреүе уның кешеләргә яҡыныраҡ булырға теләүе, халыҡты нимәләр борсоғанын үҙе ишетеп белергә, ярҙам итергә ынтылыуынан килә, тип уйлайым. Мин Радий Хәбировтың социаль селтәр­ҙәр­ҙәге сәхифәләрен дә ҡарап барам. Халыҡ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр менән мөрә­жәғәт итә һәм һорауҙарына яуап та ала. Был – бик ҡыуаныслы, ыңғай күренеш. Тимәк, етәксе халыҡтың ихтыяждарына битараф түгел.

Үҙемә килгәндә, йәштәргә ауыл ерендә эш кәрәк, тип һорар инем. Төп һүҙем – ялан-ҡырҙар буш ятмаһын, йәштәр шунда эшләһен. Ағас ултыртыу тергеҙелһен. Эргә-тирәләге йылға-күлдәрҙе таҙартыу эше лә дәррәү ҡуҙғатылһын ине.