Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Сентябрь , 15:15

Кешеләр судлашмаһын, талашмаһын өсөн

Әлеге ваҡытта аңлашылмай: таунхаусты күп фатирлы йорт тип иҫәпләргәме йәки ул дөйөм милке булмаған шәхси йортмы?

Кешеләр судлашмаһын, талашмаһын өсөн

Министрҙар кабинеты таунхаустарҙың хоҡуҡи статусын билдәләргә тәҡдим итте. Ҡала төҙөү һәм Торлаҡ кодекстарына үҙгәрештәр индереүҙе күҙаллаған закон проектын Хөкүмәт Дәүләт Думаһына 7 сентябрҙә индергән.

Ҡануниәттә “блоклы төҙөлөш йорто” (таунхаус) һәм “Күп фатирлы йорт” мәғәнәләрен айырып билдәләйәсәктәр. Әгәр ҡабул ителһә, закон үҙ көсөнә 2022 йылдың 1 мартынан инәсәк.

Әлеге ваҡытта аңлашылмай: таунхаусты күп фатирлы йорт тип иҫәпләргәме йәки ул дөйөм милке булмаған шәхси йортмы?

“Күп фатирлы йорт” мәғәнәһен асыҡлау өҫтөндә Дәүләт Думаһында ла, Хөкүмәттә лә уйландылар. Таунхаусты төҙөлөштөң ниндәй төрөнә индерергә икәнлеге әле һаман аңлашылмай бит. Был аңлатмаларҙы айырыу хоҡуғы аңлашылмаусанлыҡты бөтөрөр һәм процесты тәртипкә һалыр тип көтөлә”, – тине етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев.

Павел Качкаев фекеренсә, үҙгәрештәрҙе ҡабул итеү блоклы төҙөлөш, шәхси йорттар һәм күп фатирлы йорттар араһында аныҡ сиктәр ҡуйыу мөмкинлеге бирәсәк.

Шулай уҡ закон проекты таунхаустарҙы капиталь ремонт программаһында ҡатнаштырыу мәсьләһен хәл итә – ул тик күп фатирлы йорттарға ғына ҡағыла, тимәк, таунхаустарҙа йәшәгәндәр капиталь ремонт өсөн түләмәйәсәк.

Шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһында төҙөлгән блоклы торлаҡ төҙөлөшө йорттарын (был таунхаус, квадрохаус һәм дуплекстар) законһыҙ үҙ ирке менән һалынған төҙөлөштәр тип иҫәпләүҙәре һәм уларҙы емертеүҙе талап итеүҙәре бар. Күсемһеҙ милек өсөн хоҡуғын милекселәр судта яҡлаясаҡ. Хөкүмәт тәҡдим иткән әлеге закон проекты был хәлдәрҙең булмауына килтерәсәк.

– Был проблема беҙҙең республика өсөн дә көнүҙәк, – ти Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, адвокат Булат Сафин.

Ул Нуғай ауылында булған хәлде иҫенә төшөрҙө. Бында ике подъезлы дүрт ҡатлы йорт төҙөгәндәр һәм уны таунхаус тип атағандар, ә дүртенсе ҡатын – мансарда тигәндәр.

– Төҙөүселәр был осраҡта хоҡуҡтарын арттыра, улар тәүҙә төҙөлөштө бер ҡатлы тораҡ йорт тип теркәй, ә аҙаҡ уны төҙөкләндерә – айырым инеү урындары эшләнә, ул стена менән сикләнә. Һөҙөмтәлә, шәхси йорт төҙөү өсөн тәғәйенләнгән участкала ике йәки бер нисә таунхаус барлыҡҡа килә, – ти ул.

Эксперт фекеренсә, әгәр һүҙ блоклы төҙөлөш тураһында бара икән, һәр блокта айырым буйондороҡһоҙ инженер селтәре булырға тейеш. Әммә йыш ҡына таунхаустарҙа уртаҡ ҡыйыҡ, дөйөм һыу, газ һәм электр системалары була.

“Һәм кешеләр йыш ҡына проблемаға осрай: кем дөйөм мөлкәтте ҡарарға тейеш? Ҡыйыҡтан һыу аға ти, береһе ремонтларға теләй, икенсеһенә шулай ҙа бара. Нимә эшләргә? Кешеләр судлаша башлай, низағтар барлыҡа килә. Былай булмаһын ине. Әгәр закон проекты был нескәлектәрҙе иҫәптә тота икән, әлбиттә, ул ҡабул ителһен”, – ти Булат Сафин.

Фото: ufa.cian.ru

Автор:Альфия Мингалиева