Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Сентябрь 2021, 15:00

Радий Хәбировҡа – Александр Невский ордены

“Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Хәбиров Радий Фәрит улын Александр Невский ордены менән бүләкләргә”, – тип яҙылған указда.

Радий Хәбировҡа – Александр Невский орденыРадий Хәбировҡа – Александр Невский ордены
Радий Хәбировҡа – Александр Невский ордены

Был туралағы указ 11 сентябрҙә хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында баҫылған.

“Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Хәбиров Радий Фәрит улын Александр Невский ордены менән бүләкләргә”, – тип яҙылған указда.

Шулай уҡ Рәсәй Президенты Дуҫлыҡ ордены менән Ҡурған өлкәһенең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумковты бүләкләгән. Бынан тыш 9 сентябрҙә Сүриәлә үлгән подполковник үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған.

Фото: ufaved.info

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас