Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Сентябрь , 14:15

Вице-премьер вазифаһына кандидатураларҙы парламент раҫлаясаҡ

“Башҡарма власть органдарына улар тәҡдим иткән кандидатуралар раҫланһын өсөн һығылмалыраҡ һәм парламентта сәйәси ярҙамлы булырға тура киләсәк”, – тине вице-спикер.

Вице-премьер вазифаһына кандидатураларҙы парламент раҫлаясаҡ

Сентябрь аҙағында үтәсәк көҙгө сессияның беренсе ултырышында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары икенсе уҡыуҙа республика Конституцияһына индереләсәк үҙгәрештәр пакетын ҡараясаҡ. Улар араһында депутаттарға Хөкүмәт вице-премьеры кандидатураһын раҫлау хоҡуғы биреү ҙә бар. Үҙгәреш ҡабул ителгән осраҡта, уларҙың отставкаға китеүе шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан раҫланасаҡ.

Һүҙ республика Башлығы вәкәләттәре тураһындағы Башҡортостан Конституцияһының 87-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында бара. Әле Премьер-министр үҙенең урынбаҫарҙарын билдәләү өсөн кандидатураларҙы, парламент ҡатнашлығынан тыш, туранан-тура республика Башлығына бирә.

Закон проекты авторҙары – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫарҙары Эльвира Айытҡолова менән Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм депутат Гөлнара Бикбулатова.

Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, үҙгәреште ҡабул итеү республика парламентының кадр мәсьәләләрендә ролен һәм уртаҡ яуаплылыҡты көсәйтәсәк.

“Башҡарма власть органдарына улар тәҡдим иткән кандидатуралар раҫланһын өсөн һығылмалыраҡ һәм парламентта сәйәси ярҙамлы булырға тура киләсәк”, – тине вице-спикер.

Икенсе вице-спикер Эльвира Айытҡолова ла уның фекерен раҫлай.

“Субъекттарҙың төп закондарына ошоноң ише үҙгәрештәр индереү – дөйөм тренд. Ул Рәсәй Конституцияһына Федераль Йыйылыштың ролен көсәйтеүсе үҙгәрештәр индергәс үҫеш алды. Был дөрөҫ тип иҫәпләйем мин, сөнки тап Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бюджетты ҡабул итә һәм беҙ теге йәки был өлкә өсөн кемдең яуаплы булыуын, закондар үтәлешен, программаларҙың тормошҡа ашырылыуын кемдән һорарға икәнлеген аңларға тейешбеҙ," - тине ул.

 

 

Фото: patriot-rus.ru

Автор:Альфия Мингалиева