Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Сентябрь , 14:00

Башҡортостан һайлауға әҙер

Радий Хәбиров барлыҡ махсус хеҙмәттәргә һәм яуаплы кешеләргә был мөһим сәйәси сараны хәүефһеҙ һәм законға ярашлы үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушты.

Башҡортостан һайлауға әҙер

Был аҙнала Башҡортостанды һәм тотош илебеҙҙе мөһим сәйәси сара көтә. 17, 18 һәм 19 сентябрҙә һайлау үтәсәк. Республиканың был сараға әҙерлеге тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләне.

Берҙәм тауыш биреү көндәрендә Башҡортостан биләмәһендә Дәүләт Думаһы депутаттарынан тыш, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау үтәсәк, муниципаль кимәлдә лә ҙур ғына кампания көтөлә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы Советына, Белорет һәм Бөрө ҡала биләмәләре советтарына, Өфө районының Йоматау ауыл Советына, муниципаль райондар, ҡала һәм ауыл биләмәләренә күп һанлы өҫтәмә депутаттар һайлау буласаҡ. Барлығы 175 кампания көтөлә, улар барышында 312 мандат хужаһы билдәләнәсәк.

Федераль законға ярашлы, быйыл 19 сентябрҙә үтергә тейеш һайлау өс көн дауам итәсәк: 17, 18 һәм 19 сентябрҙә. Тауыш биреү ваҡыты - иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем.

– Дәүләт властары һәм урындағы үҙидара органдары менән тығыҙ бәйләнештә һайлауҙы 69 территориаль һәм 3403 участка комиссияһы үткәрәсәк. Шул иҫәптән 39 комиссия кешеләрҙең ваҡытлыса булған урындарында ойошторолған. Был – дауаханалар, тәфтиш изоляторҙары, тимер юлы вокзалы һәм башҡалар, – тине Илона Макаренко. – Бөтә һайлау комиссиялары ағзалары уҡытылды һәм 8 сентябрҙән эшләй башланы.

Әлеге ваҡытта тауыш биреү өсөн биналар тейешле хеҙмәттәр тарафынан тикшерелгән һәм эшкә әҙер тиерлек. Уларҙың бөтәһе лә стационар һәм күсмә йәшниктәр, тауыш биреү кабиналары, кәрәкле йыһаздар, сейфтар менән тәьмин ителгән, видеокүҙәтеү һәм видеотеркәү саралары, стационар йәки ҡулда эшләгән металл детекторҙар ҡуйылған. 230 һайлау участкаһына КОИБ-тар урынлаштырылған.

Быйылғы һайлауҙа коронавирус пандемияһы сәбәпле, кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға ҙур иғтибар бүленәсәк. Сирҙе таратмаҫ өсөн барлыҡ участка һайлау комиссиялары ағзалары һәм һайлаусылар өсөн шәхси һаҡланыу саралары һәм санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн кәрәкле тауарҙар алынған.

– Һайлау кампанияларына әҙерләнгәндә һәм уны үткәргәндә ҙур иғтибар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға бүленә. Пенсия фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 июленә ҡарата Башҡортостанда инвалидлығы булған 240 граждан теркәлгән. Насар күргән һәм һуҡыр кешеләр өсөн улар күпләп йәшәгән урында ете махсуслаштырылған һайлау участкаһы булдырылды, – тине Илона Макаренко.

Рәйес белдереүенсә, Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек финиш һыҙығына сыҡты. Барлыҡ территориаль һайлау комиссияларына һайлау бюллетендәре алып барылған, 15 сентябрҙә улар участка комиссияларына тапшырыласаҡ.

Радий Хәбиров махсус хеҙмәттәргә был мөһим сәйәси сараны хәүефһеҙ һәм законға ярашлы үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушты.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева