Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Сентябрь , 11:45

"Ғәҙел Рәсәй"ҙең лидеры алмашынды

Партияның урындағы бүлексәләре рәйестәре Өфөгә республиканың барлыҡ райондарынан тиерлек килгән. Ә делегаттар үҙҙәренең конференцияһын “ашығыс” тип атаны.

"Ғәҙел Рәсәй"ҙең лидеры алмашынды

“Ғәҙел Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә лидер алмашынған. Рәйес вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тип Александр Бондаренко һайланған. Ултырышта ҡатнашыусылар уның кандидатураһы өсөн берҙәм тауыш биргән. Партияның урындағы бүлексәләре рәйестәре Өфөгә республиканың барлыҡ райондарынан тиерлек килгән. Ә делегаттар үҙҙәренең конференцияһын “ашығыс” тип атаны.

“Беҙҙең республикалағы партияны ҡотҡарырға кәрәк, сөнки әле һайлауға ҡамасаулау бара. Улар бер ниндәй ҙә эш алып бармай ҙа, теләмәй ҙә. Беҙгә тиҙ арала конференция йыйырға тура килде, нимәне булһа ла төҙәтеп өлгөрөр кәрәк”, – ти “Ғәҙел Рәсәй” партияһының Туймазы районындағы бүлексәһе рәйесе Зөфәр Лотфуллин.

Ултырышта ҡатнашыусылар фекере буйынса, уларға күп нәмәне төҙәтергә тура киләсәк. Тәү сиратта һүҙ партияның төбәк бүлексәһе рейтингын күтәреү тураһында бара, әле ул ныҡ түбән тәгәрәй.

“Әле бик күп һорауҙар тыуа. Беҙҙән һеҙ ҡайҙа юғалдығыҙ тип һорайҙар. Сөнки 17 сентябрҙә һайлау башлана, ә беҙҙең партия унда үҙен тәҡдим итмәгән тиһәң дә була”, – ти партияның Ҡалтасы районындағы бүлексәһе рәйесе Богдан Божик.

Делегаттар хәлдәрҙең былай ҡатмарлашыуын партияның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенә рәйес итеп Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимурат Омаровты һайлау менән бәйләй. Улар раҫлауынса, был кеше һайланған конференцияла республиканан партия ағзалары ҡатнашмаған. Тимәк, ул законлы түгел тип танылырға, ә ул ҡабул иткән ҡарарҙар хоҡуҡһыҙ тип иҫәпләнергә тейеш.

“Августа ниндәйҙер йыйылыш булды, унда ниндәйҙер кешеләр ҡатнашты, улар Омаров әфәндегә партияның төбәк бүлексәһе менән етәкселек итеү мөмкинлеген биргән. Тик беҙ бөгөн был йыйылыш законһыҙ тигән ҡарар ҡабул иттек һәм ундағы бар ҡарарҙарҙы юҡҡа сығарҙыҡ”, – ти Александр Бондаренко.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева