Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь , 19:30

Һайлауҙа кемдәр ҡатнаша?

Урындағы үҙидара вәкәләтле органдары һайлауында ҡатнашыу өсөн төрлө партияларҙан 633 кандидат теркәлгән.

Һайлауҙа кемдәр ҡатнаша?

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Башҡортостан Республикаһы һайлау системаһының 2021 йылдың 19 сентябренә тәғәйенләнгән һайлауҙы үткәреүгә әҙерлеге”  темаһына матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдереүенсә, 2021 йылдың 1 июленә ҡарата республикала һайлаусылар һаны 3 миллион 18 мең 342 кеше булған.

Дәүләт Думаһына һайлауҙа 14 сәйәси партия ҡатнаша: КПРФ, “Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы, ЛДПР, “Яңы кешеләр”, “Берҙәм Рәсәй”, Ғәҙел Рәсәй – Дөрөҫлөк өсөн, “Яблоко”, Үҫеш партияһы, Рәсәй азатлыҡ һәм ғәҙеллек партияһы, Рәсәй коммунистары, “Граждандар платформаһы”, Йәшел альтернатива, “Родина” партияһы, Пенсионерҙар партияһы.

Алты бер мандатлы округ буйынса 59 кандидат теркәлгән. Шул иҫәптән КПРФ, ЛДПР, “Берҙәм Рәсәй”, Ғәҙел Рәсәй – Дөрөҫлөк өсөн, Пенсионерҙар партияһы һәр бер округка берәр кеше тәҡдим иткән, “Яңы кешеләр”, “Яблоко”, “Үҫеш партияһы”, “Родина” – биш, “Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы – дүрт, Рәсәй коммунистары өс округта кандидаттарын теркәгән, ә Рәсәй азатлыҡ һәм ғәҙеллек партияһынан, шулай уҡ “Граждандар платформаһы”нан – берәр кандидат.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа 11 кандидат ҡатнаша, шул иҫәптән КПРФ-тан һәм ЛДПР-ҙән – өсәр, ”Берҙәм Рәсәй” менән “Ғәҙел Рәсәй – Дөрөҫлөк өсөн” партияларынан икешәр кандидат теркәлгән, ә бер кандидат үҙ-үҙен тәҡдим иткән.

Урындағы үҙидара вәкәләтле органдары һайлауында ҡатнашыу өсөн төрлө партияларҙан 633 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй” – 257, ЛДПР – 142, Ғәҙел Рәсәй – Дөрөҫлөк өсөн – 85, КПРФ – 42, “Үҫеш партияһы” – өс, “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы – ике, “Граждандар платформаһы” һәм “Родина” партияһы – берәр. 100 кандидат үҙ-үҙен тәҡдим иткән.

Тауыш биреү 3403 һайлау участкаһында уҙасаҡ, уларҙың 39-ы – һайлаусыларҙың ваҡытлыса барған урынында. Шулай уҡ 31 участка дауаханаһында һәм башҡа медицина учреждениеларында, өс шифаханала, өс һаҡ аҫтында тотоу урынында, Өфө тимер юл станцияһында, Архангел районындағы “Милосердие” ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернатта. Ғөмүмән, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Архангел, Бәләбәй, Дәүләкән, Дүртөйлө, Учалы райондары биләмәләрендә ваҡытлыса килгәндәр өсөн һайлау участкалары эшләйәсәк.

Рәсәй Федерацияһында йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән граждандар һайлауға бер көн ҡалғанға тиклем паспортын күрһәтеп, 119-сы участка комиссияһы исемлегенә индереү тураһында ғариза яҙа ала, адресы – Өфө ҡалаһы, Посад урамы, 26.  

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина