Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь , 09:24

Бар мәсьәләләр ваҡытында хәл ителә

Хөкүмәттәге аҙналыҡ кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ғәҙәттә, уҙған аҙнаның мөһим һәм әһәмиәтле сараларын барлап сығыуҙан башлай.

Үтеп киткән ете көн дә ваҡиғаларға бик бай булды. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығы халыҡ менән тура бәйләнеш үткәрҙе. Быға ҡағылып, ул Хөкүмәт ағзаларына сарала яңғыраған бар мәсьәләләрҙе айырым контролгә алырға һәм уларҙы мөмкин булғанса тиҙерәк тормошҡа ашырырға ҡушты. Тағы бер мөһим ваҡиға: Көньяҡ Уралда үткән Бөтә Рәсәй Инвестиция һабантуйы. Был сара тураһында республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева ентекле һөйләне (сараға арналған яҙма гәзиттең 3-сө битендә донъя күрә). Шулай уҡ эш сәфәрҙәре, мөһим ҡарарҙар – береһе лә ситтә ҡалмай.

 

Хәл әле һаман ҡатмарлы

 

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә йәнә 310 кеше коронавирус инфекция­һын йоҡторған. Пандемия башланғаны бирле ковид менән 60994 кеше сирләгән. Был турала кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлы булһа ла, тотороҡло. Министр белдере­үенсә, Башҡортостан сирҙең үҫеше буйынса 82-се урынды биләй.

– Әлеге ваҡытта 5443 кеше амбулатор дауалана, 714 кеше дауаханала ята. 49 кешенең хәле ауыр тип баһа­лана, улар интенсив терапия палата­һына урынлаштырылған. 11 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, – тине ул.

Башҡортостанда йоғошло сирҙәр менән ауырығандар өсөн 4545 урын бар. Бөгөн уларҙың 90 проценты биләнгән. 

Коронавирусты еңеүҙең юлы берәү, ул да булһа – вакцинация. Әлеге ва­ҡытта республикаға 1656508 доза вакцина килгән. Кешеләрҙең 1121698-е уның – беренсе һәм 1991792-һе икенсе компонентын һалдырған.

“Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина республикалағы эпидемиологик хәл тураһында әйтте. Уның белдереүенсә, бер аҙна эсендә 20 кеше “сысҡан биҙгәге”н йоҡторған. Һандар ҙур кеүек тойолһа ла, был былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 2,9 тапҡырға кәмерәк.

 

Йылы был аҙнала бирелә башлай

 

Эҫе йәйҙән һуң сентябрь ҡапыл һалҡын көндәре һәм ямғырҙары менән башланды. Ҡалаларҙа фатирҙа йәшәгән кешеләр өшөй башланы. Шуға күрә күптәрҙе республикала ҡасан йылы бирелер тигән һорау борсой. Хөкүмәттәге кәңәшмәлә был һорауға яуап яңғыраны.

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышы тураһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һөйләне. Уның белдереүенсә, был аҙнала уҡ социаль объекттарға йылы бирә башлауҙары ихтимал. Уларҙан һуң ул күп фатирлы йорттарға биреләсәк.

– Яҡынса йылытыу миҙгеле 16 сентябрҙән башланыуы мөмкин. Синоптиктар күҙаллауы буйынса, 20-22 сентябрҙә төбәктә һалҡын көндәр башланасаҡ. Әгәр биш көн рәттән уртаса һауа температураһы 8 градустан түбәнерәк булһа, ҡануниәткә ярашлы, йылы бирә башларға була, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ҡарарҙы хупланы. Район һәм ҡалалар был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирһен һәм барыһын да ваҡытында эшләһен тине.

Башҡортостан биләмәһендә әлеге ваҡытта бер урман янғыны ғәмәлдә. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

– Үткән аҙнала Башҡортостанда ике урман янғыны теркәлде, дүртәү һүнде­релде. Бөгөнгө көндөң иртәһенә ҡарата республикала бер урман янғыны ҡалды. Әле ул ҡамап алынған һәм көн дауамында тулыһынса һүндереләсәк, – тине ул.

Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, был аҙнала, план буйынса, Башҡортостан биләмәһендәге янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарасаҡтар.

 

Мөһим сәйәси кампанияға барыһы ла әҙер

 

Был аҙнала Башҡортостанды һәм тотош илебеҙҙе мөһим сәйәси сара көтә. 17, 18 һәм 19 сентябрҙә һайлау үтәсәк. Республиканың был сараға әҙерлеге тураһында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләне.

Берҙәм тауыш биреү көндәрендә Башҡортостан биләмәһендә Дәүләт Думаһы депутаттарынан тыш, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау үтәсәк, муниципаль кимәлдә лә ҙур ғына кампания көтөлә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы советына, Белорет һәм Бөрө ҡала биләмәләре советтарына, Өфө районының Йоматау ауыл советына, муниципаль райондар, ҡала һәм ауыл биләмәләренә күп һанлы өҫтәмә депутаттар һайлау буласаҡ. Барлығы 175 кампания көтөлә, улар барышында 312 мандат хужаһы билдәләнәсәк.

Федераль законға ярашлы, быйыл 19 сентябрҙә үтергә тейеш һайлау өс көн дауам итәсәк: 17, 18 һәм 19 сентябрҙә. Тауыш биреү ваҡыты – иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем.

– Дәүләт властары һәм урындағы үҙидара органдары менән тығыҙ бәйләнештә һайлауҙы 69 территориаль һәм 3403 участка комиссияһы үткәрәсәк. Шул иҫәптән 39 комиссия кешеләрҙең ваҡытлыса булған урындарында ойошторолған. Был – дауаханалар, тәфтиш изоляторҙары, тимер юлы вокзалы һәм башҡалар, – тине Илона Макаренко. – Бөтә һайлау комиссиялары ағзалары уҡытылды һәм 8 сентябрҙән эшләй башланы.

Әлеге ваҡытта тауыш биреү өсөн биналар тейешле хеҙмәттәр тарафынан тикшерелгән һәм эшкә әҙер тиерлек. Уларҙың бөтәһе лә стационар һәм күсмә йәшниктәр, тауыш биреү кабиналары, кәрәкле йыһаздар, сейфтар менән тәьмин ителгән, видеокүҙәтеү һәм видеотеркәү саралары, стационар йәки ҡулда эшләгән металл детек­торҙар ҡуйылған. 230 һайлау участка­һына КОИБ-тар урынлаштырылған.

Быйылғы һайлауҙа коронавирус пандемияһы сәбәпле, кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға ҙур иғтибар бүленәсәк. Сирҙе таратмаҫ өсөн барлыҡ участка һайлау комиссиялары ағзалары һәм һайлаусылар өсөн шәхси һаҡланыу саралары һәм санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн кәрәкле тауарҙар алынған.

– Һайлау кампанияларына әҙер­ләнгәндә һәм уны үткәргәндә ҙур иғти­бар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға бүленә. Пенсия фонды­ның төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 июленә ҡарата Башҡортостанда инвалидлығы булған 240 граждан теркәлгән. Насар күргән һәм һуҡыр кешеләр өсөн улар күпләп йәшәгән урында ете махсуслаш­тырылған һайлау участкаһы булдырылды, – тине Илона Макаренко.

Рәйес белдереүенсә, Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек финиш һыҙығына сыҡты. Барлыҡ территориаль һайлау комиссияларына һайлау бюллетендәре алып барылған, 15 сентябрҙә улар участка комиссияларына тапшы­рыласаҡ.

Радий Хәбиров махсус хеҙмәттәргә был мөһим сәйәси сараны хәүефһеҙ һәм законға ярашлы үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушты.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин был көндәрҙә балаларҙың һәм студенттарҙың нисек уҡыясағы тураһында һөйләне.

17 сентябрҙә, йома көнө, мәктәптәрҙә дәрестәр булмаясаҡ, уҡыусылар өсөн тәрбиә саралары үтәсәк. Был тауыш биреүҙең башлыса мәктәптәрҙә үтеүенә бәйле. Һайлау үтмәгән белем биреү ойошмаларында проект эшмәкәрлеге һәм дистанциялы уҡыу планлаш­тырылған.

18 сентябрь, шәмбе – ял көнө буласаҡ.

Айбулат Хажин белдереүенсә, 45 колледж бинаһында шулай уҡ участка һайлау комиссиялары ойошторолған. Бында йома һәм шәмбе студенттар дистанция тәртибендә уҡыясаҡ.

 

Штаб “ҡышҡы мәсьәләләрҙе” хәл итәсәк

 

Үткән аҙнала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә йылытыу миҙгеле барышында йылытыу, ҡар таҙартыу һәм башҡа “ҡышҡы мәсьәләләрҙе” контролдә тотоу өсөн махсус штаб булдырырға ҡушҡайны. Ә был аҙналағы кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин был штабтың булдырылыуы, уның ниндәй эштәр менән шөғөлләнәсәге тураһында һөйләне.

– Штабтың төп бурысы – халыҡтың йылытыу, ҡар таҙартыу һәм башҡа коммуналь проблемалар буйынса мөрәжәғәттәренә ваҡытында яуап биреү. Уларҙы шунда уҡ хәл итер кәрәк, сөнки тупланһа, социаль көсөргәнешкә килтереүе ихтимал. Беҙ быға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ, – тине Марат Ғәйфуллин.

Штаб халыҡтың мөрәжәғәттәрен бәйләнештең дүрт каналы аша аласаҡ. Шулай итеп, заявканы Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы нигеҙендә эшләгән Берҙәм колл-үҙәккә 277-09-11 телефоны буйынса шылтыратып, ЕРКЦ һәм ресурс менән тәьмин иткән ойошма офистарына мөрәжәғәт итеп, мэрия сайтындағы махсус биттә (“Ҡышҡы Өфө”) һәм телеграмм-ботта ҡалдырырға була.

Был каналдар аша алынған барлыҡ мөрәжәғәттәр Мөрәжәғәттәрҙең берҙәм реестрында теркәләсәк һәм тәртипкә килтереләсәк. Эш башланып торған мәлдә колл-үҙәктә 12 оператор эшләйәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, Өфө ҡалаһы хакимиәте кешеләр үҙҙәре килеп ялыу ҡалдыра алһын өсөн махсус бина бүлергә тейеш. Халыҡ ЕРКЦ-ларға ғына түгел, махсус урынға ла барыу мөмкинлегенә эйә булһын, тине ул.

– Һеҙҙең бурыс – проблеманы ваҡытында хәл итеү, ә кешеләр беҙҙе күрә алмай башлағас түгел, – тине Радий Фәрит улы.

 

Йәнә подъездар тураһында

 

Кәңәшмәлә Радий Хәбиров сират­тағы тапҡыр подъездарҙы капиталь ремонтлау эше барышындағы етешһеҙлектәргә туҡталды. Бының өсөн ул Салауат, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы подъездарҙан бер-нисә фотоһүрәт күрһәтте. Сифатһыҙ ремонт был һәм башҡа ҡалаларҙағы подъездарҙа 2019 һәм 2020 йылдарҙа башҡарылған. Фотоларҙан күренеүенсә, унда хәлдәр ҡурҡыныс.

– Ҡайһы бер муниципалитеттарҙы оятҡа ҡалдырмай булмай. Минең алда ошоноң кеүек “матурлыҡтан” торған йөҙ битлек ҡағыҙ ята. Минең Контроль идаралығы быны Алан Марзаевҡа тапшырһын һәм тиҙ арала етешһеҙ­лектәрҙе төҙәтегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ҡайҙалыр эштәр сифатһыҙ башҡарылған, ҡайҙалыр арлы-бирле эшләнгән. 2019 йыл беҙ капиталь ремонт программаһын башлаған тәүге йыл ине. Ул саҡта коллегаларыбыҙҙың береһе эшен юғалтҡайны хатта. Хәлде тиҙ арала төҙәтегеҙ.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, ул даими рәүештә төрлө ҡалаларҙа булған саҡта подъездарға инеп сыға һәм хәлде үҙ күҙҙәре менән күреп йөрөй.

– Ҡайҙа эштәр баштан уҡ һәйбәт башҡарылған, шунда ремонт йылдар буйы яҡшы хәлдә тора. Ә инде арлы-бирле еүеш штукатурка өҫтөнән буяп сыҡҡан урындар – ошо фотоларҙа, – тине ул.

Төбәк етәксеһе етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса башҡарылған эштәр тураһында ике айҙан – ноябрҙә тулы отчет бирергә ҡушты.

Кәңәшмәлә яңғыраған тағы бер тема – Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына (ЕГРН) кәрәкле мәғлүмәттәр тултырыуға арналды. Доклад менән Башҡортостан буйынса “Росреестр” идаралығы етәксеһе Петр Клец сығыш яһаны.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.